Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
8 Август 2022, 13:37

Команданың берҙәмлеге еңеүгә килтерә

Баймаҡта үткән һөнәри оҫталыҡ буйынса «Һөнәре буйынса иң яҡшы”   зона конкурсында Белорет командаһы дөйөм иҫәптә I урын яуланы.

Команданың берҙәмлеге еңеүгә килтерә
Команданың берҙәмлеге еңеүгә килтерә

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре араһында һөнәре буйынса иң яҡшыһы исеменә Урал аръяғынан 10 команда вәкилдәре көс һынашты.

Тәүге этапта хеҙмәткәрҙәргә парта артына ултырып, комиссия алдында имтихан тоторға тура килде. Улар теоретик һорауҙарға яуап бирҙе. Ә үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген конкурстың  практик өлөшөндә иҫбатларға тура килде.

“Белорет йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәтенең ҡаҙанлыҡ операторы  Ирина Капустина, “Водоканал” предприятиеһы слесары Вадим Ильясов -  I,  “Белорет йылылыҡ селтәрҙәре” иретеп йәбештереүсеһе Рушин Исламов,  “Төбәк электр селтәрҙәре” унитар предприятиеһы электригы Максим Неудачин – II, “Йорт хужалығы” йәмғиәте слесары Дмитрий Игнатенко III урын яуланы.

“Жилкоммунисервис” тракторсыһы Александр Ширяев Рәхмәт хаты менән наградланды.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: