Уларҙы бер нисә этаптан торған эстафета көтә ине. Һәр ҡатнашыусы үҙенең етеҙлеген, сослоғон, команда рухын һәм ҡуйылған маҡсатына ирешә алыусанлығын һынаны.
“Күп балалы ғаилә” номинацияһында - Ефимов-Богачевтар ғаиләһе (техник күҙәтеү бүлеге), “Әсәй, атай һәм ике бала” номинацияһында Ямаловтар ғаиләһе (механик ҡорамалды ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү цехы) еңеү яуланы.
Шаһабутдиновтар ғаиләһе (4-се цех) иң етеҙе булыпа сыҡты һәм этаптарҙы иң тәүгеләрҙән булып үтте. Улар “Атай, әсәй һәм бала” номинацияһында билдәләнде. Завод идаралығы намыҫын яҡлаған Варенниковтар, 1-се цехтан Закировтар үҙ номинацияларында иң етеҙҙәре булды.
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, сертификаттар, тәм-томдар таратылды.
Шулай уҡ, скакалкала һикереү, арм-спорт, дартс, асфальтта һүрәттәр эшләү буйынса ярыштар үтте. “Ихата йондоҙҙары” уйын программаһы ла үтте.