Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
14 Сентябрь 2022, 18:24

Өфө «Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсын ҡабул итә

Конкурс «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына ярашлы үткәрелә һәм беренсе «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы майҙансыҡтарының береһе була.

Өфө «Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсын ҡабул итә
Өфө «Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсын ҡабул итә

Сараның маҡсаты - һөнәри белемде камиллаштырыу, йөк машинаһы водителенең ролен күтәреү һәм популярлаштырыу, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙа хәүефһеҙ йөрөтөү стереотиптарын булдырыу.

Йәкшәмбе, 18 сентябрҙә, иртәнге сәғәт 10-да «Өфө-Арена» майҙансығында конкурсты рәсми асыу тантанаһы була. Иң яҡшыһы исемен асыҡлау өсөн Башҡортостанға Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 30 муниципаль берәмегенән 55 транспорт ойошмаһы вәкиле килеүе көтөлә.

Конкурс сиктәрендә ҡатнашыусыларға водитель оҫталығын тикшереү буйынса һынау үтергә тура киләсәк, уға махсус трасса буйынса йөк машинаһын йөрөтөү, шулай уҡ теоретик белемде һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тикшереү инәсәк. Ярыш программаһына зачет трассаһы буйлап мөмкин тиклем һаҡсыл (тигеҙ һәм хәүефһеҙ) хәрәкәтте күҙ уңында тотҡан «Ныҡлы йөк» модуле индерелгән: автомобиль кузовына һыу тултырылған асыҡ контейнер ҡуйыла һәм водителдең бурысы - бөтә күнекмәләрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү, контейнерҙы старттан финишҡа тиклем сайпылтмайынса алып барыу. Конкурс трассаһы водителдәрҙең көндәлек эшмәкәрлегендә осраған хәлдәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән.

Ярыштар 2 категорияла үтәсәк: 10 тоннаға тиклем һәм унан ашыу йөк күтәреүсән автомобилдәр. Ойоштороусылар һәр төркөм өсөн айырым көн бүлгән. Һәр водителдең яратҡан автомобиле үҙенсә булһа ла, уларға ярыштарҙа төрлө модификациялы «Камаз»дарҙа һәм «ГАЗ»дарҙа йөрөргә тура киләсәк. Күнекмә үткәреү өсөн күп кенә ҡатнашыусылар үҙҙәренә ниндәй йөк машинаһы менән идара итергә тура киләсәген алдан асыҡланы, үҙ төбәгендә лә шундай уҡ йөк машиналарын эҙләне. Конкурстың дөйөм приз фонды 1 000 000 һум тәшкил итә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: