Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
28 Октябрь 2022, 14:19

Һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк

Волга буйы федераль округының «ФормART» фестивале еңеүселәре 2 ноябрҙә тура эфирҙа билдәле буласаҡ.

Һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк
Һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк

Финал этабы сиктәрендә иң яҡшы граффити эш өсөн тауыш биреү тамамланды. Волга буйы федераль округында йәшәүселәр, төбәк һәм федераль эксперттар быйыл “Ваҡыт аша” тип исемләнгән тематика менән берләштерелгән рәссамдарҙың эштәрен баһаланы.

Һайлап алыу этабын округтың барлыҡ төбәктәренән 14 эш үтте, йәмәғәт тауыш биреүендә 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Һөҙөмтәлә түбәндәге лидерҙар асыҡланды: «Кот Саратовскiй» граффитиһы менән - Һарытау өлкәһе, «#киберусь» эше менән - Һамар өлкәһе, “Күскенселәрҙе ҡурсалаусы” эше менән - Башҡортостан  һәм “Ижад” эше менән - Сыуаш Республикаһы.

«ФормART» фестиваленең һөҙөмтәләре 2 ноябрҙә онлайн-трансляция ваҡытында округтың барлыҡ төбәк вәкилдәре ҡатнашлығында хәбәр ителәсәк. Тура эфирҙы теләгән кеше ҡарай ала.  

Конкурстың приз фонды 450 мең һум тәшкил итә. Беренсе урынды яулаусы - 200 мең һум, икенсе урынды алыусы – 150 мең һум, өсөнсө урынға лайыҡ булыусы 100 мең һум күләмендә грант аласаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: