Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
18 Ноябрь 2022, 12:17

Белорет паркына - Алтын диплом

Бразилия, Германия, Индонезия, Испания, Ҡытай, Куба, Мексика, Таиланд, Рәсәй, Белорет... Сит илдәр исемлегендә беҙҙең Белорет ни эшләп тора тиһегеҙме?

Белорет паркына - Алтын диплом
Белорет паркына - Алтын диплом

Яңыртылған “Офоҡ аша атла” мәҙәниәт һәм ял паркы абруйлы халыҡ-ара архитектура-дизайнер проектында  “Алтын Трезини” наградаһын яуланы.   

Санкт-Петербургта ландшафт архитектураһы тормошҡа ашырылған иң яҡшы проект булараҡ  Белорет паркын реновациялау авторҙары Алтын диплом менән наградланды. Премияға 74 илдән меңләгән ғариза ҡабул ителде. 16 илдән 63 проект барлыҡ номинацияларҙа ла еңеп сыҡты.

Конкурс архитектура, дизайн, ландшафт, реставрация, сценография һәм музей эше өлкәһендә донъялағы художество ҡиммәте юғары булған проекттарҙы баһаланы. Еңеүселәрҙе  32 илдең эксперты һайлап ала. Иң яҡшы эштәр презентацияһы Санкт-Петербургтың Дәүләт тарих музейы фондында ҡабул ителә һәм “Архитектура сәнғәт кеүек” күргәҙмәһендә күрһәтелә.

Халыҡ-ара жюри хөкөмөнә авторҙар проектты бына нисек тәҡдим иттеләр:

“Белорет мөһабәт тәбиғәте һәм индустриаль мираҫы менән генә түгел, шулай уҡ урындағы крайҙы өйрәнеүселәре,сколалаздары һәм йәш натуралистары менән арбай. Ҡаланы үҙен Көньяҡ Уралдың туризм үҙәге булараҡ танытыу өсөн ошо проект булдырылды ла инде.

Металл таҫма рәүешендәге баҫҡыс үҙенә ҡаяға үрмәләү урынын һәм ҡаяның төрлө нөктәләренән күҙәтеү майҙансығын берләштерә. Проектта металды файҙаланыу ҡаланың металл етештереүсе төбәк икәнен дә күрһәтә”.

“Проект авторҙарын -  "ORCHESTRA DESIGN" архитектура студияһын, паркты яңыртыу тәҡдиме менән сыҡҡан һәм проект партнерҙары – Башҡортостандың ҡалалар үҫеше институтын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Уның башланғысы менән республика ҡалаларында йәмәғәт урындары, парктар булдырыла” – тип яҙҙы  социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.   

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: