Бөтә яңылыҡтар

Күңел байрамы

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында Бөтөн донъя яҙыусылар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, шағирҙар!" исемле үҙенсәлекле кисә уҙҙы. Кисәлә районыбыҙҙың тирә-яҡ ауылдарында, илһамланып ижад иткән ҡәләм оҫталары ҡатнашты.

Күңел байрамы
Күңел байрамы

Төрлө конкурстарҙан торған сара тамашасыны ла, ҡатнашыусыларҙы ла битараф ҡалдырманы. Бигерәктә "Кино төшөрөү" конкурсы ҡыҙыҡлы булды. Ниндәй генә сүрәткә инмәне ижадсылар! "Ҡатайҙар"командаһынан Әлиә Саматова, Мансур Һиҙиәтов, Мөнирә Сәлимйәнова, "Күбәләктәр"командаһынан Әнисә Ғәзизова, Жөмәҙиә Хәйруллина, Фәриҙә Мәхмүтовалар ролдәрен оҫта башҡарҙы.

Көләмәс сәхнәләштереүҙә лә командалар һынатманы. Бында ла ижадсыларҙың актерлыҡ һәләтенә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Ым-ишара, хәрәкәт ярҙамында персонажды кәүҙәләндергәндә зал ихлас көлөү тауыштарына күмелде.

Инша яҙыу, шиғырҙы дауам итеү кеүек ижади ярышнамәләр иһә ҡәләм тибрәтеүселәргә бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырманы.

"Гөлнәзирә" башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең дәртле йырҙары, "Алмас" бейеү ансамбле ҡыҙҙарының матур бейеүҙәре, Ғайса Мәғәфүровтың "Буран микән" исемле моңло йыры, Венера Ҡадированың “Ҡалаҡсы ҡыҙ” бейеүе, сәхнә ветераны Сәлимә Татлыбаеваның, Дилбәр Рәхмәтованың, Зилә Хажинаның күңелгә ятышлы йырҙары менән үрелеп барған кисә ярыш ҡомарын арттырып, күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәне.

Сәсәнлектә, актерлыҡта, интеллектта, ҡомарлыҡта көс һынашҡан ижадсыларҙы ғәҙел нарыҡланы баһалама ағзалары. 45 мәрәй йыйып, "Ҡатайҙар" командаһы беренселекте алһа, “Күбәләктәр” 2 мәрәйгә генә артта ҡалды. Кисәне йәнле итеп Сәғирә Шәрәфетдинова алып барҙы.

Сараның икенсе өлөшө ауыл китапханаһында уҙҙы. Китапханасы Ольга Ғәлиуллина ойошторған эшлекле һөйләшеү билдәле яҙыусы, талантлы журналист Сабир Шәриповтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналды. Бында иһә “Иҙел башы” яҙыусылар берлеге ағзалары киләсәккә пландарҙы барланы, башҡарылған эштәрҙе баһалап, йомғаҡ яһаны.

Күңелдәренә илһам алып, яңы дәрт-дарман өҫтәп таралышты Иҙел башы ҡәләм оҫталары.

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: