Бөтә яңылыҡтар

Төбәктә - “Ҡырым яҙы” фестивале

18 мартта Башҡортостандың бөтә муниципалитеттарында Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәй менән ҡушылыуы көнөнә арналған саралар уҙа. Улар барыһы ла “Ҡырым яҙы” фестивале” тигән дөйөм исем менән берләштерелә. Етәкселек уларҙы асыҡ һауала - майҙандарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа, яр буйҙарында, ауыл хужалығы йәрминкәләрендә, шулай уҡ музейҙар, мәҙәниәт йорттары, концерт һәм күргәҙмә залдарында ойоштора. Сараларҙың тулы исемлеге менән түбәндә танышырға була.

Төбәктә - “Ҡырым яҙы” фестивале
Төбәктә - “Ҡырым яҙы” фестивале

13-17 мартта республиканың Хәрби Дан музейы “Ҡырым-1944” мәғлүмәт лекцияларын үткәрһә, 14-17 мартта Башҡортостан Республикаһы Милли музейы мәктәп уҡыусылары өсөн “Беҙҙең яҡташтарыбыҙ - 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүселәр” тип исемләнгән мәҙәни-ағартыу сараларын ойоштора.

15 мартта Өфөләге М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән республиканың Милли симфоник оркестры артистары ҡатнашлығында “Ҡырым яҙы” вокаль һәм инструменталь музыка концерты уҙҙы.
17 мартта Өфөнөң М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында һигеҙенсе һанлы балалар музыка мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусыларының фортепиано музыкаһы концерты була. Ул 17.00 сәғәттә башлана.
17 марттан 17 апрелгәсә республиканың Хәрби Дан музейында “Севастополь – рус даны ҡалаһы” тип исемләнгән электрон күргәҙмә ойошторола. Ул “Еңеү территорияһы” халыҡ-ара проекты сиктәрендә музейҙың https://rmbsufa.ru/ сайтында урын ала. Күргәҙмәнең төп бүлеге 1941 йылдың 30 октябренән 1942 йылдың 4 июленә ҡәҙәр дауам иткән Севастополде ҡаһармандарса обороналауға арнала.
18 мартта төбәк халҡы “Ҡырым” нәфис фильмын ҡарай ала. 2017 йылда төшөрөлгән был фильмдың сюжеты тарихи хәлдәргә нигеҙләнгән, ул Рәсәй һәм Украина офицерҙарына бағышлана. Кино фонды субсидиялау арҡылы ул шәмбе көндө Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Межгорье, Мәләүеҙ, Нефтекама, Учалы, Яңауыл ҡалаларының, Акъяр, Асҡар, Бүздәк, Борай, Үрге Йәркәй, Ермолаевка, Йылайыр, Иглин, Инйәр, Ҡараиҙел, Ҡырмыҫҡалы, Красноусол, Кушнаренко, Мораҡ, Приютово, Раевка, Иҫке Балтас, Иҫке Собханғол, Стәрлебаш, Талбаҙы, Учалы, Саҡмағош, Шаран, Языково ауылдарының яңыртылған кинозалдарында күрһәтелә.
Өфөләге М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейының музыкаль ҡунаҡханаһында “Ҡырым яҙы” республика музей акцияһы ойошторола.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы килеүселәр өсөн “Башҡортостанда тыуып-үҫкәндәр: 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнашыусылар” тип исемләнгән күргәҙмә әҙерләй. Шулай уҡ 1942 йылдың 8 апреленән 12 майына ҡәҙәр дауам иткән Ҡырым операцияһы ваҡиғалары, ярымутрауҙы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройҙары тураһында һәм башҡа экскурсиялар ойошторола.
“Нур” татар дәүләт театры фойеһында иртәнге 10 сәғәттән “Баҡсаһарай фонтаны” спектакленән, 12.00 сәғәттән “Юлда яҡтылыҡҡа эйә булып” театрлаштырылған тамашаһынан фотосюжеттар тупланған тематик күргәҙмәләр эшләй башлай. 14.00 сәғәттә тамашасылар “Нур” театры артистары башҡарыуында Ҡырым һәм Кавказ халыҡтары йырҙары видеояҙмаларын карай ала.
https://www.youtube.com/channel/UCMeRdtqGcURZcIAYpOjhvBQ
https://vk.com/nurteatr , https://ok.ru/profile/572484107628 , https://t.me/teatrnur
19 мартта 18.00 сәғәттә “Нур” татар дәүләт театры “Ҡырым һәм Рәсәй – бер яҙмыш” әҙәби-музыкаль ҡунаҡхананаһына саҡыра.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-03-16/v-bashkirii-proydyot-festival-krymskaya-vesna-3179136

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: