Бөтә яңылыҡтар

Афарин, "Елмерҙәк"

Районыбыҙҙың “Елмерҙәк” халыҡ этно-рок төркөмө Севастополь ҡалаһының Гасфорт тауында уҙған “Рус яҙы - 2023” Бөтөн Рәсәй фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны. “Елмерҙәк”тәр бер нисә композицияны халыҡ хөкөмөнә сығарҙы. “Рухи күтәренкелек менән башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарылған “Генерал Шайморатов” йыры айырыуса көслө, ҡеүәтле яңғыраны”, - ти улар.

Афарин, "Елмерҙәк"
Афарин, "Елмерҙәк"

Әлбиттә, фестивалдә ҡатнашыусыларҙың ыңғай энергетикаһы, команданың берҙәмлеге, ойошҡанлығы һәр сығыштың уңышын тәьмин ҡылды.

“ Күренекле кешеләр - билдәле йырсы Юлия Чичерина, актер, каскадерҙар ассоциацияһы вице-президенты Сергей Воробьев менән шәхсән танышыу сағыу тәьҫораттар, дәрт-дарман уятты. Фестивалдең үҙе ҡеүәте, ватансылыҡ, берҙәмлек рухы менәy таң ҡалдырҙы”, - ти төркөм ағзалары илһамланып.

Иҙел башының ғына түгел, тотош Башҡортостандың данын яҡлаған “Елмерҙәк” халыҡ этно-рок төркөмө ошо мәртәбәле сарала ҡатнашыу мөмкинлеген биргән, ҙур ярҙам күрһәткән муниципаль район хакимиәтенә, мәҙәниәт идаралығына һәм, әлбиттә, төбәк Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәттәрен белдерҙе.

Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, талантлы, әүҙем егет-ҡыҙҙарыбыҙға яңы ҡаҙаныштар, рухи күтәренкелек теләп ҡалабыҙ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: