Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
5 Апрель 2023, 14:35

Асмандарға ашты ҡурай моңо

Бәрәкәтле Шығай ерендә төйәктең мәшһүр ҡурайсылары - Абдулғәфи Хәлфетдинов һәм Талип Латипов иҫтәлегенә “Ете мөғжизә” республика ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Алтынсыһына ойошторолған мәртәбәле, рухлы сара, географияһын киңәйтеп, икенсе тапҡыр республика кимәленә күтәрелде. Быйылғы ҡурай байрамында Белорет, Өфө, Баймаҡ, Учалы, Сибай ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы, Ауырғазы, Баҡалы, Архангел, Өфө райондарынан йөҙҙән ашыу һәүәҫкәр ҡурайсы ҡатнашты.

Асмандарға ашты ҡурай моңо
Асмандарға ашты ҡурай моңо

Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы - ҡурайҙы пропагандалау, популярлаштырыу, башҡорт музыка ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, талантлы ҡурайсыларҙы асыҡлау маҡсатын күҙаллаған конкурс быйыл айырата рухи күтәренкелек, ихласлыҡ, миллилек менән һуғарылғайны. Ҡатнашыусылар араһында балаларҙың күп булыуы дәүерҙәр артылып бөгөнгә еткән боронғо музыка ҡоралының мәртәбәһен, баһаһын аңғартһа, халҡыбыҙҙың аҫыл ташҡа бәрәбәр үлемһеҙ көйҙәренең яңғырауы маҡсат-бурыстарҙың күп ҡырлылығына ишара.

Ҡурайҙы, нигеҙҙә, ир-егеттәр генә тартһа ла (хатта ҡайһы берәүҙәр уны тик ирҙәр өсөн тәғәйен музыка ҡоралы тип иҫәпләй), ҡатын-ҡыҙҙар араһында был моң сығанағында яҡшы уйнағандар юҡ түгел. Абдулғәфи Хәлфетдинов һәм Талип Латипов исемендәге һәүәҫкәр ҡурайсыларҙың республика конкурсынан да гүзәл заттар ситтә ҡалманы. Сермән балалар сәнғәт мәктәбенең Шығай филиалы уҡыусыһы Зинира Хажина, Әбйәлил районы Асҡар ауылының балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Әҙилә Иманғолова, Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Бәжекәй ауылынан Аделина Сәйетғәлина, Ҡаһарман ауыл мәҙәниәт йортонан Лариса Ҡужәхмәтова, Әбйәлил районы Амангилде ауылынан Фәнилә Дәүләтшина, Архангел районы Абҙан ауылынан Вәлимә Өмөтбаева байрамдың үҙенсәлекле биҙәгенә, йәменә әүерелделәр.

Конкурс берәүҙәр өсөн сираттағы һынау майҙаны булһа, кемдер тәү тапҡыр үҙ көсөн, мөмкинлеген самаланы, сирҡаныс алды. Барыһын да ҡурай моңона мөхәббәт, еңеүгә ынтылыш, сәм берләштерҙе.

Баһалама комиссияһының дөйөм ҡарары буйынса, “Һирәк башҡарылған көй” номинацияһында - Азамат Тимерғәлиев (Өфө ҡалаһы), “Башҡарыу оҫталығы” номинацияһында - Батырхан Ғайсин (Ауырғазы районы), Фәиз Ямалетдинов (Үткәл ауылы), “Иң йәш ҡатнашыусы” - Иҙел Нуретдинов (Шығай ауылы), Әмир Абдрахманов (Ауырғазы районы), “Традицион башҡарыу мәҙәниәте өсөн” - Илсаф Солтанов (Сибай ҡалаһы), Динар Ғәлин (Белорет ҡалаһы), Салауат Сәйәхов (Белорет ҡалаһы), “Халыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн” - “Сермән” ҡурай ансамбле (етәксеһе Ғәлим Хәйернуров), Ильяс Хәлилов (Баймаҡ районы), Рафаэль Сәлихов (Асы ауылы), Вәлимә Өмөтбаева (Архангел районы), Ғәзим Иҫәнбаев (Баймаҡ районы), Фәнилә Дәүләтшина (Әбйәлил районы) еңеүсе тип билдәләнде.

16 йәшкә тиклемге төркөмдән “Ансамблдәр” номинацияһында I урынға - Сибай ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбе ансамбле (етәксеһе Илмир Нәҙерғолов), II урынға - Әбйәлил районы Асҡар ауылының “Тамъян” өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Илһам Шакиров) III урынға Сосновка ауылының Талип Латипов исемендәге (етәксеһе Дамир Хәсәнов) һәм Мөхәмәт Түлебаев исемендәге Сермән балалар сәнғәт мәктәбе (етәксеһе Ыласын Мәғәфүров) ҡурайсылар ансамблдәре лайыҡ булды.

17 һәм унан өлкән йәштәге төркөмдәге ансамблдәр араһында I урынды Баймаҡ ҡалаһының Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Илнур Аһылаев) яуланы.

12 йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусылар төркөмөнән I урын - Динислам Шаһиев (Учалы районы), II урын - Азамат Ханнанов (Баҡалы районы), III урын менән Камил Ильясов (Өфө ҡалаһы) нарыҡланды.

12 йәштән 16 йәшкә тиклемге төркөмдәге яңғыҙ башҡарыусылар араһында I урынға - Алмаз Бикмәтов (Силәбе өлкәһе), II урынға Динислам Мәхмүтов (Белорет ҡалаһы), III урынға Аделина Сәйетғәлина (Силәбе өлкәһе) лайыҡ тип табылды.

17 һәм унан өлкән йәштәге төркөмдә яңғыҙ башҡарыусылар араһында I урын - Рөстәм Ханнановҡа (Баҡалы районы), II урын - Шәфҡәт Йосоповҡа (Учалы районы), III урын Иршат Сәлиховҡа (Белорет ҡалаһы) тапшырылды.

Абдулғәфи Хәлфетдинов һәм Талип Латипов исемендәге “Ете мөғжизә” республика ҡурайсылар конкурсының тиңһеҙ еңеүсеһе исемен иң оло ҡатнашыусы - Баймаҡ районынан Риф Исхаҡ улы Ҡәйепҡолов яуланы. Уның башҡарыуындағы халыҡ көйҙәре үҙенең тәрәнлеге, аһәңлелеге, саф яңғырашы менән йөрәктәргә үтеп инде.

Олуғ сарала ҡатнашырға йөрьәт иткән барлыҡ ҡатнашыусылар Дипломдар менән бүләкләнһә, еңеүселәр йәнә аҡсалата сертификаттар, иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөндө.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: