Бөтә яңылыҡтар

Ҡурай байрамы еңеүселәре билдәләнде

19-20 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XXII Республика Ҡурай байрамы үтте.

Ҡурай байрамы еңеүселәре билдәләнде
Ҡурай байрамы еңеүселәре билдәләнде

Проект Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының һәм ҡала округтарының мәҙәниәт өлкәһендәге бренд саралары иҫәбенә инә. Быйыл Башҡортостан Республикаһының, Силәбе өлкәһенең 8 ҡалаһынан һәм 16 районынан 300-гә яҡын башҡарыусы ҡурайҙа үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте.

Конкурстың Гран-прийын Өфө ҡалаһынан ҡурайсы Вилдан Дәүләтбирҙин яуланы. Еңеүсегә 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Беренсе дәрәжә лауреаттары: «16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар ансамбле» номинацияһында - Белореттан «Инеш» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Радмир Әхтәмов), «16 йәштән өлкән ҡурайсылар ансамбле» номинацияһында - Белореттан «Иҙел башы» халыҡ ҡурайсылар ансамбле, (етәксеһе Дамир Хәсәнов), «12 йәшкә тиклемге солистар» номинацияһында - Рөстәм Хәбиров (Туймазы ҡалаһы), «12 йәштән 16 йәшкә тиклемге солистар» номинацияһында - Алмаз Бикмәтов (Силәбе өлкәһе), «16 йәштән өлкән солистар» номинацияһында - Радмир Ғүмәров (Туймазы ҡалаһы), Ринат Нурмөхәмәтов (Салауат районы, Малаяҙ ауылы).

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығынан ҡурай халыҡ музыка ҡоралын үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Ҡурай Билдәһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, Дәүләкән районының "Берҡаҙан" өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Рият Тимеровҡа һәм Силәбе өлкәһенең ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Илһам Йәғәфәровҡа тапшырылды.

Сараны ябыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов үткәрелгән сараның әһәмиәтен билдәләне һәм БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

"Иң сағыу байрамдарҙың береһе башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай байрамы 22-се тапҡыр Октябрьский ҡалаһында уҙғарыла. 2001 йылда ҡала хакимиәте инициативаһы төбәктең мәҙәни тормошонда яңы традицияға башланғыс һала. Был байрамды республиканың төньяҡ-көнбайыш зонаһында үткәреү мәҙәни башланғыстар үҫешенең ҡеүәтле индикаторы булды, тип әйтергә теләйем. Республика Ҡурай байрамы нигеҙендә Башҡортостанға заряд һәм Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың социомәҙәни мөхитен үҫтереүгә ҡеүәтле импульс бирә, - тиелә сәләмләү адресында.

- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтенә, атап әйткәндә, беҙҙең ҡалаға ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Октябрьский музыка колледжын реконструкциялау тамамланыуға яҡынлаша, унда беҙ оҙаҡ йылдар Ҡурай байрамының Гала-концертын үткәрҙек. Ҡурай байрамының Октябрьский ҡалаһы бренды, тап беҙҙең ҡалала Башҡортостан Республикаһының мәҙәни бренды булыуы ҡыуаныслы, - тип билдәләне үҙенең сығышында Октябрьский ҡалаһы ҡала округы башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов.

Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре өсөн ижади лаборатория ойошторолдо. Йола буйынса, конкурста ҡатнашыусылар Ю.Гагарин исемендәге паркта йыйылды һәм 2018 йылда һалынған ҡурайсылар аллеяһында яңы ағастар ултыртты.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: