Бөтә яңылыҡтар

Рәмил Ғәйзуллин халыҡ-ара музыкаль фестивалдә сығыш яһаны

Ҡаҙағстан Республикаһының Уральск ҡалаһында төрки телле халыҡтар дуҫлығы сәнғәте халыҡ-ара фестивале уҙҙы. Мәртәбәле сарала Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Татарстан, Үзбәкстан, Башҡортостан музыканттары һәм артистары ҡатнашты. Беҙҙең республика исеменән дан яҡташыбыҙ - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, мультиинструменталист һәм дирижер Рәмил Ғәйзуллин сығыш яһаны.

Рәмил Ғәйзуллин халыҡ-ара музыкаль фестивалдә сығыш яһаны
Рәмил Ғәйзуллин халыҡ-ара музыкаль фестивалдә сығыш яһаны

Мәшһүр музыкант ҡурайҙа ике композиция башҡарҙы. Ҡаҙағстандағы фестивалдең әһәмиәте тураһында Рәмил Мәүлит улы бына нимә ти:

- Бындай саралар музыканттарҙың үҙ-ара аралашыуына, тәжрибә уртаҡлашыуына ғына ҡайтып ҡалмай, ә иң элек төрки халыҡтарының милли музыка ҡоралдарын популярлаштырыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Шуныһы ғәжәп, фестивалдә ҡатнашыусы музыканттар араһында ҡурайҙы белмәүселәр ҙә бар ине. Ҡайһы берәүҙәр уны беренсегә ишеткән һәм күргән, имеш.

Мин Башҡортостанды халыҡ-ара сәхнәлә танытыуыма, оло мәртәбә менән башҡа илдәргә үҙебеҙҙең телде, мәҙәниәтте һәм музыканы алып бара алыуыма ғәйәт шатмын.

Залда ултырыусыларҙы башҡорт телендә сәләмләп һәм туған телемдә яуап алып йәнә бер һөйөндөм. Концертта беҙҙең яҡташтар ҙа бар ине...”

Рәмил Ғәйзуллиндың һүҙҙәренсә, Ҡаҙағстан уны бик йылы ҡаршылаған, ә Әзербайжан һәм Төркиә вәкилдәре иһә үҙҙәренә сығыш яһарға саҡырған. Артист Ҡаҙағстан Республикаһының Уральск өлкәһе башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булып, яҡын киләсәктә ойоштороласаҡ сараларҙа ҡатнашырға саҡырыу алған.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: