Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров «Башҡорт аты» фестивален ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты

«Башҡорт аты» — Баймаҡ ҡына түгел, республика кимәлендәге фестиваль, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һәм уны ойоштороу эшенә булышлыҡ итергә ҡушты, тип хәбәр итә «Башинформ».

Радий Хәбиров «Башҡорт аты» фестивален ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты
Радий Хәбиров «Башҡорт аты» фестивален ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты

— Был — башҡорт тоҡомло аттарға бәйле сара. Ул йылдан-йыл әһәмиәтлерәк ваҡиғаға әүерелергә тейеш. Һуңғараҡ ул төбәк-ара фестиваль булыр. Ҡалмыҡтар, ҡарасай-черкестар, татарҙар беҙҙең менән ошо йүнәлештә аралашырға теләй. Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Урал аръяғы райондары муниципалитеттары башлыҡтарына ла мөрәжәғәт итәм, һеҙҙең егеттәр килһен, ярҙам итһен. Был Баймаҡ ҡына түгел, ә республика фестивале, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

— Эш уңышлы дауам итә, ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, әҙерлекте тәьмин итербеҙ, — тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: