Бөтә яңылыҡтар

«Башҡорт аты» фестивалендә Үзбәкстандың халыҡ артисы сығыш яһай

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә үзбәк һәм ҡарағалпаҡ опера йырсыһы Женисбек Пиязовтың килеүе көтөлә. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, опера йырсыһының сығышын 12 августа фестивалдең концерт программаһында күрергә мөмкин.

«Башҡорт аты» фестивалендә Үзбәкстандың халыҡ артисы сығыш яһай
«Башҡорт аты» фестивалендә Үзбәкстандың халыҡ артисы сығыш яһай

Мөслим Магомаев исемендәге халыҡ-ара йырсылар конкурсы еңеүсеһе, Үзбәкстандың халыҡ артисы, Ҡарағалпаҡстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Женисбек Пиязов Рәсәйҙә, Азербайжанда, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Францияла, Испанияла, Португалияла, Германияла, Австрияла, Ҡытайҙа, Кореяла һәм Малайзияла абруйлы халыҡ-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале 2023 йылдың 11-12 авгусында Баймаҡ районының Граф күле буйында ойошторола.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: