17-се республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале сиктәрендә уҙғарылып, милли эсемлеккә, уны популярлаштырыуға арналды. Иң яҡшылары Баймаҡ районының Граф күле буйындағы «Ҡымыҙфест» майҙансығында асыҡланды. Фестивалдә республиканың ун биш районынан йыйылған 25 ҡымыҙ бешеүсе араһынан, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале сиктәрендә, иң яҡшыһы һайланды.
Конкурс бер нисә этаптан торҙо. Беренсе этап ҡатнашыусыларҙың теоретик белемдәрен тикшерелде. 15 минут дауамында улар 20 тест һорауына яуап бирҙе. Икенсе этапта жюри ағзалары шифалы эсемлекте тәмләп ҡарап, уның органолептик сифаттарын баһаланы. Сара сиктәрендә шулай уҡ конкурс ҡатнашыусылары менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, унда ҡымыҙ етештереү һәм һатыуҙың мөһим мәсьәләләре тикшерелде.
Конкурс йомғаҡтары буйынса «Оригиналь продукцияны биҙәү», «Иң йәш ижади ҡатнашыусы», «Йәше буйынса өлкән һәм ҡымыҙ бешеү буйынса ҙур эш стажына эйә булған», «Тамашасылар һөйөүе призы» номинациялары еңеүселәре билдәләнде.
Белорет районы вәкиле, Сермән ауылынан Рәүф Мәғәфүров маҡтаулы икенсе урынға һәм тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ булды.