Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
15 Сентябрь 2023, 12:00

Финанстарға ижади күҙлектән

Ҡаланың Картиналар галереяһында “Финанстар балалар күҙлегенән” исемле һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды.

Финанстарға ижади күҙлектән
Финанстарға ижади күҙлектән

- Ижади конкурс ойоштороу идеяһы күптән яралғайны. Быйыл, ниһайәт, уны тормошҡа ашырҙыҡ. Конкурста 15 йәшкә тиклем балалар ҡатнашты. Комиссия тарафынан бөтәһе 150 ижади эш нарыҡланды. Әлбиттә, һәр бала рәсеменең лайыҡлы баһа алыуына өмөт итә. Еңеүселәрҙе һайлауы еңелдән булманы, сөнки һүрәттәрҙең барыһы ла үҙенсәлекле, талантлы башҡарылған, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Ольга Берко.

Еңеүселәр өс йәш категорияһынан сығып билдәләнде. 4-7 йәшлектәр араһында I урынға - Прохор Ватагин (19-сы балалар баҡсаһы),  II урынға - Иветта Ильясова (17-се гимназия), III урынға Дмитрий Коротков (3-сө мәктәп) лайыҡ булды.

8-11 йәш категорияһында I урын - Арсений Панфиловҡа (3-сө мәктәп), II урын - Софья Домнинаға (17-се гимназия), III урын Амелия Заһиҙуллинаға (Абҙаҡ мәктәбе) бирелде.

12-15 йәшлектәр араһында I урынға - Гөлназ Шәғәлина (13-сө мәктәп) II урынға - Амелия Кәримова (14-се гимназия), III урынға Снежанна Павлова (Мәктәптән тыш эш үҙәге) лайыҡ тип табылды.

Призлы урындарҙан тыш өҫтәмә номинациялар ҙа булдырылды. 4 йәшлек Николь Горелова (2-се балалар баҡсаһы) - “Иң бәләкәй ҡатнашыусы”, Виктория Яровинова (10-сы мәктәп) - “Үҙенсәлекле стиль”, Мария Калугина, Александр Калугин - "Иң креатив эш”, Анастасия Мелентьева “Иң тәүге ҡатнашыусы” булараҡ билдәләнһә, 18 ҡыҙ-малай “Йәш финансист” номинацияһында еңеү яуланы.  

Ижади конкурста үҙ көсөн һынаған һәр бала грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.    

Һүрәттә: “Рәсем төшөрөү - иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Шуға ла конкурста бик теләп ҡатнаштым. Призлы урын алыуыма ифрат шатмын”, - ти 14-се гимназияның VI класс уҡыусыһы Амелия Кәримова.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: