Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
3 Ноябрь 2023, 16:03

Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк чемпионатында еңделәр

Яңыраҡ Белорет медицина колледжының Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең беренсел бүлексәһе ҡатнашыусылары "Рәсәй ҡыҙыл тәреһе" хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе һәм Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе ойошторған Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк чемпионатында ҡатнашты.

Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк чемпионатында еңделәр
Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк чемпионатында еңделәр

Республика мәктәптәренән һәм урта һөнәри белем биреү ойошмаларынан 50 команда беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса чемпионаттың Федераль этабында еңеү өсөн көрәшергә йыйылды.
Көн дауамында ҡатнашыусылар тест үтте, ситуацион мәсьәләләрҙе хәл итте,  уларҙың теоретик белемдәре һәм һөнәри оҫталыҡтары тикшерелде. Студенттар яугирҙарға хат яҙҙы, Хәүефһеҙлек мәктәбе, Ирекмән-медиктар һәм ДОСААФ оҫталыҡ дәрестәрендә, "Беренсе ярҙам" ҙур интеллектуаль уйынында ҡатнашты.

Белорет медицина колледжы командаһы район намыҫын лайыҡлы яҡлап, I урын яулай.

Студенттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм уларға Мәскәүҙә үткән конкурста Башҡортостан исеменән лайыҡлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ.  
 


Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: