Шаран районында «Туй йолаһы» фестиваленә йомғаҡ яһалды. Проект Әбйәлил, Балаҡатай, Белорет, Баҡалы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Саҡмағош, Шишмә, Шаран райондарынан, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан ижади коллективтарҙы берләштерҙе.
- Сарала республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән 14 коллектив ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла туй йолаларын күрһәтте. Бындай саралар, һис шикһеҙ, күп милләтле республикала халыҡтарҙың традицион мәҙәниәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм пропагандалау буйынса эшкә ҙур өлөш индерә, - тине сәләмләү һүҙендә Шаран районы муниципаль районы башлығы Марат Әхмәҙуллин.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Шаран районы муниципаль районы хакимиәте ойошторған «Туй йолаһы» йола фестивале Шаран районында 2018 йылдан алып үткәрелә. "Туй йолаһы" фестивале беҙҙең күп милләтле республикала халыҡтарҙың традицион мәҙәниәтен үҫтереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Проект күп милләтле республикала традицион мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, Башҡортостан халыҡтары берҙәмлеген нығытыуға, фольклор коллективтарының ижади кимәлен күтәреүгә, коллективтар араһында ижади бәйләнештәр булдырыуға ярҙам итә.
Ике көн дауамында Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар үҙ төбәктәренә хас йола үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Сарала ижади коллективтар, фольклор һәм үҙешмәкәр ансамблдәр, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталары ҡатнашты. Конкурс тыңлауҙарынан тыш, фестиваль сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, ижади коллективтар етәкселәре өсөн семинарҙар, халыҡ костюмы һәм музыка ҡоралдары күргәҙмәһе үтте.
- Быйыл "Туй йолаһы" йола фестиваль-конкурсы өсөнсө тапҡыр үтте. Ул башҡорт халҡының иң яҡшы традицияларын үҙ эсенә ала, һәр саҡ сағыуыраҡ була бара. Коллективтар туй тантанаһының мөһим мәлдәрен күрһәтте. Проекттың Башҡортостан Республикаһының бренд саралары исемлегенә индерелеүе ҡыуаныслы, - тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса белгесе Гөлгөнә Баймырҙина.
Өфө ҡалаһының «Ауаз» башҡорт фольклор ансамбле фестивалдең гран-прийына һәм 100 000 һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Мәсетле, Туймазы, Шаран, Әбйәлил, Баҡалы, Шишмә райондарының халыҡ фольклор коллективтары призлы I-III урындарҙы бүлеште. Республика йола фестивалендә Иҙел башы намыҫын яҡлау бурысы “Үткәл” халыҡ инструменталь фольклор коллективына ышанып тапшырылды. Коллектив “Туй йолаһында иң яҡшы музыка” номинацияһында билдәләнде. Шулай уҡ туғыҙ йәшлек Азалия Мырҙабаева “Туй йолаларының өмөтө” һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының махсус призына лайыҡ булды.