Конкурс өс этаптан торҙо. Һайлап алыу турында 150-нән ашыу бала ҡатнашып, финалға 14 бала ғына үтте. Икенсе һәм өсөнсө турҙа ҡатнашыу өсөн Өфө композиторҙары Салауатҡа махсус ике йыр яҙған - "Туп тибәм" (композитор Эльвира Хәмәтнурова һәм шағир Гөл Мирхади) һәм "Ысын егеттәр" (композитор Эльвира Хәмәтнурова, шағир Гөлнара Шәймөхәмәтова). Улар Башҡортостан юлдаш телеканалында тәүге тапҡыр яңғыраған.
Финалда ҡатнашыусыларҙы йондоҙло жюри - Нәзифә Ҡадирова, Рим Рәхимов, Зилиә Бәхтиева, Венер Камалов һәм Гөлназ Ҡолһарина баһаланы.
Конкурс дауамында Салауатҡа ата-әсәһе ярҙам итә. Йәш йырсының атаһы Алик Хәсән улы - Сермән мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй, әсәһе Дилә Ғаяз ҡыҙы - Сермән ауылы балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе.