“Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова ҡунаҡтарға гәзитебеҙгә киләһе йылға яҙылыу барышы тураһында белешмә бирҙе, конкурста ҡатнашҡан өләсәйҙәрҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап, киләсәктә лә шулай әүҙем булыуҙарын теләне. Билдәле сәбәптәр буйынса килә алмаған конкурсанттарыбыҙҙың бүләктәрен ҡыҙҙары килеп алды.
Иң күп - 917 тауыш йыйып еңеүсе булған, хәҙер республика кимәлендәге конкурста ҡатнашҡан Исҡушты ауылынан Клара Саҙретдинова “Әсәлек даны”миҙалына эйә. Ул ашханала, леспромхозда төрлө эштәрҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, 6 бала әсәһе.
Ғаян улдары ҡалалағы металл базаһы начальнигы, төҙөүсе һөнәренә эйә Ғаяздары Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөштә, Ғәзиз улдары Белорет тимер юл станцияһында тикшереүсе булып эшләй.
Татлыла йәшәгән ҡыҙҙары Айһылыу бухгалтер һөнәрен үҙ иткән. Белорет ҡалаһындағы Алһыуҙары декрет ялында, кинйәбикәләре Таңһылыу - официант.
Бәхетле өләсәйҙең бөгөнгө көндә 9 ейәне, 2 ейәнсәре бар.
Йөйәк ауылынан 827 тауыш йыйып икенсе урынды яулаған Рәшиҙә Солтанова Өфө шырпы фабрикаһында, һуңынан Йөйәктә ҡаҙанлыҡта эшләгән. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда, 7 бала әсәһе.
Әнүр улы Татлыла, Флидә ҡыҙы Ғәбдөк мәктәбендә директор урынбаҫары, Рәдиф Йөйәктә электр станцияһында, Әлзирә маникюр салонында, Нәзифә ҡаланың балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы, Рәмилә Белорет бала табыу йортонда, Айҙар Өфөлә массажист булып эшләй.
10 ейәнгә һәм 5 ейәнсәргә өләсәй булыу бәхетен, наҙын татып, уларҙы тәмлекәстәр менән һыйлап, һәр көнгә шөкөр итеп ғүмер итә бөгөн Рәшиҙә Солтанова.
595 тауыш йыйып, өсөнсө урынға сыҡҡан Белорет ҡалаһынан Сәимә Аҫылғужина Белорет металлургия комбинатының 4-се цехында хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡһа ла, мировой судта йыйыштырыусы булып эшләп йөрөй.
Өлкән ҡыҙы Эльвира Өфөлә һалым инспекцияһы начальнигы, Ринат улы - полиция майоры, ҡаланың Октябрьский биҫтәһендә участковый, Айрат - Белорет металлургия комбинатының 4-се цехында мастер булып эшләй.
Тирә-яҡтағыларға, ғаиләһенә терәк, туғандарына, балаларына , 3 ейәнсәргә һәм 2 ейәнгә ҡәҙерле өләсәй-әсәй булып, уларҙы һөйөндөрөп йәшәй Сәимә Бәхтегәрәй ҡыҙы.
Аҙналы ауылында йәшәгән Нәсимә Мостафина аҙға ғына ҡалышып дүртенсе урынға сыҡты. Һауынсы, һуңынан мәктәптә газ операторы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Нәсимә Митдхәт ҡыҙы 2 балаға ғүмер биргән. Юлиә – район мәғариф идаралығында, Илнур Урал пружина заводында эшләй.
Тормош иптәше, Стәрлебаш районы егете Сабир Каррам улы менән 45 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. “Иң яғымлыһы, иң наҙлыһы - беҙҙең өләсәйебеҙ”, - ти ҡәҙерлеләре тураһында ейәндәре.
Конкурсыбыҙ тамам. Ҡатнашыусыларға, тауыш биргәндәрҙең һәммәһенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм киләсәктә лә ошондай сараларҙа актив ҡатнашырһығыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.