Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
28 Ноябрь 2023, 14:12

"Тирмәкәй"ҙә - шиғыр бәйгеһе

Ҡаланың "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһында Әсә көнөнә арналған шиғыр бәйгеһе үтте.

"Тирмәкәй"ҙә - шиғыр бәйгеһе
"Тирмәкәй"ҙә - шиғыр бәйгеһе

5-7 йәшлек балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре башҡорт телендә шиғыр һөйләп ҡыуандырҙы, һәр баланың сығышы үҙенсәлекле булды. Сараны тәрбиәсе Динара Солтанова  менән “Тыр-Тыр”  (тәрбиәсе Гөлнур Баҡыева)  йәнле алып барҙы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштарын Сермән балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Айгөл Низаметдинова, 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миңниса Нәбиуллина, 25-се “Тирмәкәй”  балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Эльвира Рамазанова,  уҡытыусы-логопед Динара Хөснөтдинова баһаланы.

Бәйге шарттарына ярашлы, Гран-приҙы ҡалабыҙҙың 29-сы  балалар баҡсаһынан Кәрим Әхтәмов алды. Мәктәптән тыш белем алыу учрежденияһынан Диана Зәйнетдинова, 25-се  башҡорт балалар баҡсаһынан Айсилә Мөхәмәтйәрова I урынды яуланы. II урындарҙы Тимер юлы ауылынан 1-се балалар баҡсаһынан Кәрим Хәиров, 23-сө  балалар баҡсаһынан Ралина Юламановаа бүлеште.  III урындарҙы 44-се балалар баҡсаһынан Зарина  Яубаҫарова, Сермән балалар баҡсаһынан Сулпан Мирғәлина, 11-се  балалар баҡсаһынан Сабина Сәйәхова яуланы. Сосновка балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Аяз  Баһауетдинов  - “Ҡыйыулыҡ өсөн”,  25-се балалар баҡсаһынан Рамаҙан Мәүлитшин - “Башҡарыу оҫталығы өсөн”,  Баязит Ғәлиастанов  - "Йыл дебюты",  11-се балалар баҡсаһынан Вероника Шакирова  - “Сағыу сәхнә образы өсөн”,  5-се балалар баҡсаһынан Камилла Мөхәмәҙиева - “Ихлас башҡарыуы өсөн”,  Асы ауылы балалар баҡсаһынан Илһам Ҡаһарманов  "Иң хисле башҡарыусы" номинацияларына лайыҡ булды.

Сара һәр кемдең күңеленә хуш килде. Балалар үҙҙәрен сәхнәлә ышаныслы тоторға өйрәнде, һәләттәрен асты, сара иһә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү уятты.

Эльвира РАМАЗАНОВА,

“Тирмәкәй” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: