Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
1 Декабрь 2023, 15:40

Ҡурайсылар конкурсында гран-приҙы Шәфҡәт Йосопов яуланы

Яңыраҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаев призына «Ҡурай сере» асыҡ ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Проект һәләтле ҡурайсыларҙы асыҡлауға, коллективтар ойоштороуға, башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, үҫеп килгән быуынды башҡорт халыҡ музыка ҡоралына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Ҡурайсылар конкурсында гран-приҙы Шәфҡәт Йосопов яуланы
Ҡурайсылар конкурсында гран-приҙы Шәфҡәт Йосопов яуланы

Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста үҙешмәкәр ҡурайсылар һәм дөйөм белем биреү мәктәптәренең, балалар сәнғәт мәктәптәренең, мәҙәни-ял итеү учреждениеларының һәм башҡа ойошмаларҙың ҡурайсылар ансамблдәре сығыш яһаны. Солистар өс йәш категорияһында ҡатнашты: 7 йәштән 12 йәшкә тиклем, 13-16 йәшлектәр, 17 йәштән өлкәндәр, ансамблдәр иһә ике йәш категорияһында (16 йәшкә тиклем, 17 йәштән өлкәндәр).

Беренсе конкурс республиканың төрлө мөйөштәренән: Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы райондарынан, Белорет, Сибай, Туймазы, Учалы ҡалаларынан ҡурайсыларҙы йыйҙы, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан да ҡатнашыусылар килде. Йәмғеһе 137 кеше, улар араһында 59 солист һәм 9 ансамбль бар.

Гран-приға Учалы районынан Шәфҡәт Йосопов лайыҡ булды. Мөхәмәт Түлебаевтың махсус бүләгенә Силәбе өлкәһенән Илһам Йәғәфәров эйә булды. Барлыҡ еңеүселәргә Республика халыҡ ижады үҙәгенән һәм Башҡортостандың Ҡурайсылар союзынан махсус бүләктәр тапшырылды. Ҡурай яһау оҫталары — Учалынан Дим Мөжәүиров һәм Күгәрсендән Урал Хөснуллин конкурс лауреаттары өсөн махсус бүләктәр әҙерләгәйне.

Мөхәмәт Түлебаев — Тамъян ырыуы ҡурайсыларының башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. Уның репертуарында 70-тән ашыу башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең инструменталь варианттары бар. Ул СССР, БДБ илдәре буйлап гастролдәрҙә йөрөгән, шулай уҡ Ватиканда, Германияла, Италияла һәм Францияла ла булған. Ҡурайсыларҙың дүрт еспублика конкурсында дүрт гран-при яулаған. 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының «Иң яҡшы йыл уҡытыусыһы» грантын алған. «БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре». 2020 йылда Радик Килмәмәтовтың Мөхәмәт Усман улының тормошо һәм ижады тураһында «Остаз» документаль фильмының премьераһы күрһәтелде. 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы — Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнгән.

Сараны ойоштороусылар: Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәғлүмәти һәм методик ярҙамы менән Белорет районы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: