Быйыл ул "Туған телдә белем биреүсе мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы финалисы булды.
Конкурста 95 белгес ҡатнашты. Барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, тәжрибәле тәрбиәсе туған телдә белем биреүсе иң яҡшы ун уҡытыусы иҫәбенә инде, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһын ала.
Әлиә Рәмил ҡыҙы өс бала тәрбиәләй. Ул ижади педагог: бәйләй һәм тегенә, әүәләү менән шөғөлләнеүҙе ярата һәм был технологияны үҙенең эшендә ҡуллана. Балаларҙа башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, мәҙәниәтенә, туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Балалар баҡсаһында биҙәү-ҡулланма сәнғәте түңәрәге алып бара, тәрбиәләнеүселәре менән декоратив йөн ҡулланып картиналар һәм милли орнамент, әүәләү элементтары файҙаланып күкрәксәләр эшләй.