Бөтә яңылыҡтар

Ынйылар емелдәшкәндә

28-29 мартта Әлшәй районында "Башҡортостан ынйылары" республика балалар театрҙары конкурс–фестиваленең йомғаҡлау этабы үтте.

Ынйылар емелдәшкәндә
Ынйылар емелдәшкәндә

Инйәрҙең 2-се мәктәбенең "Самрау" фольклор коллективы (етәкселәре - Ә. Саматова) егерме коллектив араһында сығыш яһап, III дәрәжә лауреаттары, IX класс уҡыусыһы Лиана Таймасова - "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында еңеүсе булды.

Яҡшы һөҙөмтәләре өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломдары һәм аҡсалата сертификаттары менән бүләкләнде.

Коллективты яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә яңы еңеүҙәр һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас: