Бөтә яңылыҡтар

Гүзәлдәрҙән гүзәл һылыуҙар

Яҙғы тамсылар менән бергә "Яҙ һылыуы - 2024" ҡала конкурсының финалы ла үтеп китте.

Гүзәлдәрҙән гүзәл һылыуҙар
Гүзәлдәрҙән гүзәл һылыуҙар

Финалға Белорет педагогия, медицина, металлургия колледждары студенттары сыҡты. Конкурсанттар дүрт төрлө һынауҙа үҙҙәренең нәзәкәтлеген һәм грацияһын ғына түгел, аҡыл һәләттәрен, белемдәрен дә күрһәте.

Шулай итеп, конкурс йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға түбәндәге номинациялар бирелде: “Мисс Йылмайыу” - Белорет педагогия колледжы студенты  Лера Сәләхиева, “Мисс Наҙлылыҡ”  - Белорет металлургия колледжы студенты Ева Кутиәхмәтова, “Мисс Күркәмлек” - Белорет металлургия колледжы студенты - Влада Ракитина, “Мисс Һомғоллоҡ” - Белорет медицина колледжы студенты - Русалина Шаймөхәмәтова. “Яҙ һылыуы” титулына  Белорет медицина колледжы студенты  Нурания Хөсәйенова лайыҡ булды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: