Бөтә яңылыҡтар

“Тәү сиратта, белореттарҙың ихласлығы, ҡунаҡсыллығы һоҡландыра”

Агапов районының (Силәбе өлкәһе) Наровчатка Мәҙәниәт йортонда сирек быуат эшмәкәрлек иткән “Перекати-поле” (етәксеһе Разоренова Любовь Васильевна) халыҡ вокаль ансамбленең “Иҙел башы йондоҙҙары” фестивалендә дүртенсегә ҡатнашыуы. Бынан алдағы конкурста II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булып, айырата дәртләнеп ҡайтҡан улар.  

“Тәү сиратта, белореттарҙың ихласлығы, ҡунаҡсыллығы һоҡландыра”
“Тәү сиратта, белореттарҙың ихласлығы, ҡунаҡсыллығы һоҡландыра”

- Тәү сиратта, белореттарҙың ихласлығы, ҡунаҡсыллығы, был яҡтарҙың гүзәл тәбиғәте һоҡландыра. Ә инде фестивалдең мәртәбәһе, ойошторолоу кимәле тураһында әйтеп тораһы ла түгел - һәммәһе менән дә үтә ҡәнәғәтбеҙ! Килгән һайын ҡаланың матур урындарын байҡап, иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡайтабыҙ. Быйыл конкурсҡа патриотик рухтағы йырҙар әҙерләнек. Ижади эшмәкәрлегебеҙ юғары баһаланыр тигән өмөттә ҡалабыҙ, - ти ансамбль ағзаһы Асия Исмәғил ҡыҙы Степанова.

Әйткәндәй, биш кешенән торған ижади коллектив быйыл үҙенең 25 йыллыҡ  юбилейын билдәләй икән. Хаҡлы ялда булып та, йәшлек дәртен ташламаған, һәр конкурс-фестивалгә етди әҙерлек менән килгән күркәм ханымдарҙың әүҙемлеге, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: