Бөтә яңылыҡтар

Билдәле космонавтар менән осраштылар

Туҡан мәктәбенең I класс уҡыусыһы Эрика Ғилманова быйылғы уҡыу йылында Юрий Гагарин исемендәге Кубокта "Йәш остаз" олимпиада заданиеларын үтәү буйынса конкурс финалына сыҡты.

Билдәле космонавтар менән осраштылар
Билдәле космонавтар менән осраштылар

Быйылғы бүләкләү тантанаһы 22 майҙа "Торатау" Конгресс-холында үтте.

Юрий Гагариндың мәктәп уҡыусылары менән осрашыуында уҡ булдырылған күп йыллыҡ йола буйынса, ҡатнашыусыларҙы теркәү ваҡытында лимонад, ә тантана тамамланғас - туңдырма менән ҡаршы алдылар.

Был көндө тантаналарҙа ҡатнашыусылар Халыҡ-ара йыһан станцияһында булған космонавтарҙан һәм тантананың почетлы ҡунаҡтарынан кәңәштәр ала.

Бүләкләү тантанаһында Советтар Союзы Геройы, СССР осоусы-космонавты, полковник Анатолий Арцебарский, Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Сергей Тулин һәм Рәсәй Федерацияһы Геройы, осоусы-космонавт Сергей Ревин ҡатнашты.

 

https://vk.com/tukanschool?w=wall-200010796_1438

Автор:
Читайте нас: