Һәр ил, ҡәүемдең үҙенә генә хас сәй эсеү йолаһы бар. Был традицияларҙа халыҡтарҙың милли асылы, күңел байлығы сағыла.
Күп милләттәр төйәк иткән Иҙел башында ла ошо йәһәттән күркәм йолалар атҡарыла, күргәҙмә-дегустациялар ойошторола.
Борон-борондан башҡорт халҡы тупһаһын ашатлаған бер ҡунағын да сәйһеҙ оҙатмаған. Көтмәгәндә килеп ингән мосафир өсөн дә тотош табын йәйелгән - еҙ самауыр янына ҡәҙерле ҡунаҡтарға ғына тәғәйен бөтә һый-ниғмәт теҙелгән. Металлургтар майҙанына тирмә ҡороп, халҡыбыҙҙың милли аш-һыуын, көнкүреш әйберҙәрен, кейем-һалымын күргәҙмәгә ҡуйған Инйәр ауылының “Урал” этно-кафеһы ҡунаҡтарын хуш еҫле үлән сәйҙәре, төрлө ҡайнатмалар, тәм-том менән һыйлаһа, Үҙәнбаш ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре боланут, туғай клеверы, еҙтөймә, меңъяпраҡ, ҡарағай тубырсығы, һуған, ҡайын ороһо һәм башҡа сихәтле вә үҙенсәлекле сәйҙәр, емеш-еләк, ҡамыр ризыҡтарын тәҡдим итте.
Сифатлы ҡытай сәйенә өҫтөнлөк биргән яҡташыбыҙ Андрей Зарубин ҡытай сәй йолаһы хаҡында бәйән ҡылды. Ул ҡунаҡтарын ҡырағай тау боросо ҡушылған ҡыҙыл япраҡлы, шулай уҡ йәшел һәм башҡа сәйҙәрҙе тәмләп ҡарарға саҡырҙы. Сәйхур егет әйтеүенсә, традицион ҡытай сәйенә шәкәр һалынмай - сифатлы сеймалдан әҙерләнгән эсемлеккә бер ниндәй ҙә тәмләткес кәрәк түгел.
Үзбәкстан халҡы үҙ иткән иң популяр сәй - кок-чой йәки йәшел сәй тураһында һөйләгән “Ташкент” кафеһы вәкилдәрен дә кеше ихлас тыңланы. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, XIX быуатта уҡ үзбәктәр йәшел сәй эсергә яратҡан. Был ҡиммәтле сәйҙе тик байҙар ғына һатып ала алған. Ярлы халыҡ иһә бер аҙ сәй япрағы ҡушылған төрлө үлән эсемлектәрен эскән.
Ломовка күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре музей рәүешле ҡоролған “Урыҫ өйө” менән таныштырҙы. Улар ҙа ҡунаҡтарын шифалы үлән сәйҙәренән, ҡырҙа үҫкән емеш-еләктән ауыҙ итергә саҡырҙы.