Беренсе бүлектә йылҡы ите, шулай уҡ ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмә-йәрминкәһе тәҡдим ителәсәк. Йәрминкәгә «Хәләл» стандарты буйынса эшләгән Башҡортостан етештереүселәре саҡырылған.
Икенсе бүлек – эшлекле программа. 15 августа «Евразияның абориген йылҡы тоҡомдарын һаҡлау һәм үрсетеү» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы, «Ат спортында башҡорт атын ҡулланыу: яңы үҫеш этабы» семинары, «Ирәндек» туристик-рекреацион кластерының мастер-планын әҙерләү һәм Урал аръяғында туризмды үҫтереү буйынса модерацион осрашыу үтәсәк.
Өсөнсө һәм дүртенсе бүлектәр ижадҡа һәм спортҡа арнала. Ижади бүлектә Башҡортостандың үҙешмәкәр коллективтары һәм сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша һәм концерт программаһы, интерактив этнографик майҙансыҡтар, биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары күргәҙмәләре ойошторола. Башҡорт ҡурсаҡ театры фестиваль өсөн махсус интерактив спектакль әҙерләгән.
Быйыл спорт саралары һаны артҡан. Улар араһында милли көрәш, мас-рестлинг, самбо буйынса республика, арҡан тартышыу буйынса төбәк-ара турнирҙар бар. Шулай уҡ «Таш ырғытыу», «Таш күтәреү», «Тарт-эт», « Тартыш», «Таш күсереү», «Ирәндек мәргәне» йәйәү һәм һыбай килеш традицион яндан уҡ атыу асыҡ республика турниры, Эльбрус Ниғмәтуллин командаһы ойошторған «Урал батыр» халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры ойоштороласаҡ. Бынан тыш, быйыл ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡ булдырыласаҡ. Төп программала «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», Ашаҡ» ярыштары тәҡдим ителә. Бынан тыш, 6 төр ат сабышы планлаштырыла. Алдағы йылдарҙағы кеүек, төп бүләк – автомобиль.
– Унда йыл һайын ниндәйҙер инфраструктура булдырырға килештек. Әйҙәгеҙ, фестиваль барышында тағы ла нимә эшләргә кәрәклеген урында ҡарайыҡ, – тине республика Башлығы. – Туризм министрлығының бында эшләүе ғәҙел. Өфө халҡы сағыу байрам ҡарарға барасаҡ. Шуға күрә унда «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» кеүек проекттарҙы ла ҡуйығыҙ, эшләһендәр. Сөнки был, ысынлап та, сағыу ваҡиға. Беренсе йылда беҙҙең шиктәр бар ине. Ә хәҙер беҙ өсөнсө тапҡыр ойошторабыҙ.