Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда «Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале гөрләй

Баймаҡ районының Граф күле ярында «Башҡорт аты» III Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале дауам итә.

Башҡортостанда «Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале гөрләй
Башҡортостанда «Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале гөрләй

Күләмле сарала Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән һыбайлылар, спортсылар, ғалимдар һәм бизнес вәкилдәре ҡатнаша.

«Башҡорт аты» – республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ тарафынан хуплау тапҡан башланғыстарының береһе. Был сара республика өсөн бик әһәмиәтле: ул башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ продукцияһын пропагандалауға, тоҡомло йылҡысылыҡты, ат спортын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм, әлбиттә, Урал аръяғында йәшәүселәр араһында ҙур популярлыҡ яулаған.

Фестивалдең программаһы төрлө сараларға бай.Фестивалдең тәүге көнөндә «Ҡара Ҡаплан» боронғо төрки алыш сәнғәте буйынса Гран-при, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында грэпплинг, билбау көрәше буйынса республика турниҙары, «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһе буйынса халыҡ-ара фестиваль, традицион яндан уҡ атыу буйынса «Ирәндек мәргәне» асыҡ республика турниры һәм башҡа бик күп ярыштар ойошторолдо.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: