Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
19 Сентябрь , 13:01

Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүсе проект

17 сентябрҙә “Торатау” Конгресс-холында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы сиктәрендә "Тамға" IV халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының финалы уҙҙы.

Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүсе проект
Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүсе проект

Быға тиклем, 23 августа, «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексының "НарыҫТау" конференц-залында ҡырҡҡа яҡын оҫта һәм дизайнер үҙ эштәрен өс категорияла - "Башҡорт халыҡ кейеме - реконструкция" (ирҙәр кейеме, ҡатын-ҡыҙ кейеме һәм оҫталар ғаиләһе), "Башҡорт традицион костюмына аксессуарҙар, реконструкция" (ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат аяҡ кейеме, традицион костюмға аксессуарҙар), “Балалар кейеме - реконструкция" номинацияларында күрһәтте. Эштәрҙе мәртәбәле баһалама комиссияһы нарыҡланы. Мәҙәниәт министрлығының мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы рәйесе, “Торатау” Конгресс-холы директоры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Ранис Алтынбаев жюри рәйесе вазифаһын атҡарҙы. 

Сараны ябыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина ҡатнашты. Ул барлыҡ еңеүселәрҙе ихлас тәбрикләп, халыҡ традицияларын дауам итеүсе оҫталарға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. “Тормошоғоҙҙо ошо эшкә бағышлауығыҙ һәм балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә  мөһим мираҫ тапшырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Быйылғы конкурста ҡатнашыусыларҙың күп булыуы осраҡлы түгел. Ғаилә йылында бында тотош ғаиләләр менән килгәндәр ҙә бихисап. Был иһә беҙҙә ғаилә кәсебе, ныҡлы традициялар бар тигәнде аңғарта”, - тине урынбаҫар үҙ сығышында.

“Тамға” проекты 2020 йылдан алып ғәмәлләшеп килә. Ошо ваҡыт эсендә унда Башҡортостан Республикаһының, Пермь крайының, Ҡурған, Силәбе өлкәләренең, Мәскәү ҡалаһының, Ҡаҙағстан (Алматы), Италия Республикаларының (Милан) 48 муниципаль берәмеге вәкилдәре ҡатнашҡан. Быйыл иһә конкурсҡа Башҡортостандан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Өфө, Мәскәү ҡалаларынан, шулай уҡ Италия һәм Төркиәнән 60-тан ашыу кеше ғариза биргән.

Башҡорт мәҙәниәтен, рухын баҙыҡ сағылдырған әһәмиәтле конкурстан белореттар ҙа ситтә ҡалманы - Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Аҡтамыр” халыҡ кәсепселек һәм шөғөлдәрҙе тергеҙеү клубы етәксеһе Сәғирә Ғәлиуллина һәр этапта лайыҡлы сығыш яһап, иң шәп 34 оҫта араһына инде. Иҙел башы данын яҡлаған райондашыбыҙ конкурстың махсус призы һәм аҡсалата сертификат менән баһаланды.

- "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында тәүләп ҡатнашыуыбыҙ. Үҙенсәлекле тәжрибә, ижади лаборатория булды был минең өсөн. 200 илдән саҡырылған вәкилдәр алдында башҡорт милли мәҙәниәте иҫ китмәле юғары кимәлдә күрһәтелде. Тотош ғаиләләре менән ҡатнашыусылар, шулай уҡ оло быуын кешеләренең әүҙемлеге һоҡландырмай ҡалманы. Киләсәктә йәштәр ҙә был проектҡа ихласыраҡ ҡушылыр, башҡа райондар менән бер рәттән белореттар ҙа үҙ эштәрен күрһәтер тигән теләктә ҡалам, - ти фекере менән уртаҡлашып Сәғирә Сабирйән ҡыҙы.

Әйткәндәй, Гран-приға Өфө районы маһиры Гөлсөм Хөсәйенова лайыҡ булды. Еңеүсегә 150 000 һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: