- “Байыҡ”та өсөнсөгә ҡатнашыуым. Тәүгеһендә Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында уҡыған осорҙа трио менән сығыш яһап, Гран-при алыуға өлгәштек. 2018 йылда иһә конкурста яңғыҙ башҡарған бейеү менән баһалама комиссияһы алдына сыҡтым. Һәм бына быйыл да үҙ көсөмдө һынамаҡҡа “Байыҡ”та ҡатнашырға йөрьәт ҡылдым. I турҙа - “Бишбармаҡ”ты, II турҙа “Үҙем башҡорт балаһы” бейеүҙәрен башҡарып, 100-әр балл йыйҙым. Ә инде конкурсты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баймаҡ ҡалаһының “Саптар” өлгөлө хореографик студияһы етәксеһе Радик Бакиров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы, ҡумыҙсы, өзләүсе Илнур Хәйруллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, кинорежиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова ише билдәле сәнғәт әһелдәре нарыҡлауы шәхсән миңә оло мәртәбә булды. Һәм, әлбиттә, минең өсөн янып-көйгән барлыҡ яҡындарыма, ғаиләмә, дуҫтарыма, тулҡынландырғыс вә яуаплы мәлдә һәр саҡ янымда булған, рухи ярҙам күрһәткән әсәйемә, шулай уҡ ҡала Мәҙәниәт һарайы коллективына сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, - ти Розалия Иршат ҡыҙы тәьҫораттары менән бүлешеп.
Әйткәндәй, икенсе йыл Розалия үҙе етәкселек иткән бейеү коллективын да “Байыҡ”та ҡатнаштырырға ниәтләй. “Күрше райондарҙа өй һайын тиерлек бейеүсе. Ә беҙҙә был сәнғәт төрөнә бигүк илтифат итмәйҙәр”, - ти ул Башҡортостандың иң ҙур районынан конкурсанттарҙың әҙ булыуы өсөн әсенеп.
Үҙ сиратыбыҙҙа, бала саҡтан сәхнәнән төшмәгән талантлы Үткәл һылыуы Розалия Ғәйфуллинаны еңеүе менән тәбрикләп, киләсәктә лә ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар яулауын теләйбеҙ!