«Хәҡиҡәт» номинацияһында еңеүселәр:
— «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов («Баҫма киң мәғлүмәт саралары» категорияһы);
— «Башҡортостан» ДТРК-ның махсус хәбәрсеһе Эльвира Ямшанова («Тележурналистика» категорияһы);
— «Радио № 1» радиоканалы редакцияһы («Радиожурналистика» категорияһы);
— «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең контент-үҙәге мөхәррире Минзәлә Асҡарова («Интернет-баҫмалар» категорияһы).
«Яуаплылыҡ» номинацияһында иң яҡшылар:
— «Өмөт» гәзите хәбәрсеһе Яҙгөл Сафина («Баҫма киң мәғлүмәт саралары» категорияһы);
— БСТ телеканалының ижади төркөмө: хәбәрсе, проекттар авторы Гүзәл Хәмитова, оператор Ринат Кашапов, водитель Азат Каспранов, режиссер Айгөл Малбаева («Тележурналистика» категорияһы);
— «Спутник ФМ» радиоһының баш мөхәррире Рузалиә Төхбәтова («Радиожурналистика» категорияһы);
— «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин («Интернет-баҫмалар» категорияһы).
«Ҡаһарманлыҡ» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булыусылар:
— «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин («Баҫма киң мәғлүмәт саралары» категорияһы);
— «Башҡортостан» ТРК-һы комментаторы Азат Саҙрыев («Тележурналистика» категорияһы);
— «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаева («Радиожурналистика» категорияһы);
— «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков («Интернет-баҫмалар» категорияһы).
«Йыл ғәмәле» номинацияһы еңеүселәре:
— «Ейәнсура таңдары» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Кристина Сәйҙәшева («Баҫма киң мәғлүмәт саралары» категорияһы);
— «Башҡортостан» ТРК-ның мәғлүмәт программалары төп редакцияһының баш мөхәррире урынбаҫары Айнур Кәбиров («Тележурналистика» категорияһы);
— «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Рәйсә Ҡазбулатова (Абдуллина) («Радиожурналистика» категорияһы);
— «АиФ Уфа» интернет баҫмаһы редакцияһы («Интернет-баҫмалар» категорияһы).
«Һиҙгер йөрәк» номинацияһында төп бүләкте алыусылар:
— «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе Нэде Пухарева;
— «Башҡортостан» ДТРК-һы филиалы хәбәрсеһе Гөлшат Вәлиева;
— «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Сәриә Рамаҙанова;
— «Молодежная газета» гәзитенең яуаплы секретары Ольга Пазина.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, яңы премия 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән булдырылды.