Бөтә яңылыҡтар

Афарин, “Виват!”

Белореттан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, “Виват” ирҙәр халыҡ хор капеллаһы (етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сергей Михайлов) ир-егеттәр вокаль коллективтарының “Ир-егеттәр нимә тураһында йырлай?” асыҡ конкурсында Гран-при яуланы.

Афарин, “Виват!”
Афарин, “Виват!”

Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы Өфөләге "Атайсал" мәҙәни үҙәге сәхнәһендә үтте. Конкурстың финал аккорды булып бөтә ҡатнашыусы коллективтар башҡарыуында "Еңеү көнө" йыры торҙо.

Быйыл хорҙар ярышында республиканың Архангел, Балтас, Борай, Дыуан, Ҡариҙел, Мәсетле, Тәтешле, Федоровка, Шишмә, Учалы райондарынан һәм Өфө, Белорет, Дүртөйлө, Межгорье, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан коллективтар ҡатнашты.

 

 

 

Автор:
Читайте нас