Бөтә яңылыҡтар

Конкурстың төбәк этабында I урын яуланы

Белорет металлургия комбинатының химик анализ лаборанты һәм Белорет металлургия колледжы студенты Владислава Меньшенина “Һөнәрмәндәр – 2025” һөнәри конкурсының төбәк этабында  “Металдарҙы өйрәнеү” компетенцияһы буйынса I урын яуланы.

Конкурстың төбәк этабында I урын яуланы
Конкурстың төбәк этабында I урын яуланы

Конкурс Стәрлетамаҡ политехник колледжында үтте. Владислава Меньшенина металлургия комбинаты һәм Белорет металлургия колледжы исеменән сығыш яһаны. Йәш белгес комбинаттың контроль һынауҙар бүлегендә лаборант булып эшләй һәм колледждың дүртенсе курсында "Металдарҙы өйрәнеү һәм термик эшкәртеү" һөнәре буйынса уҡый.

Биш конкурсант "Металдарҙы өйрәнеү" компетенцияһында ете модулдә теоретик һәм практик заданиелар үтәй: тикшереү өсөн өлгөләр әҙерләү планын төҙөй, тәҡдим ителгән өлгөләрҙең химик составын һәм механик характеристикаларын билдәләй, механик үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн микрошлифтар әҙерләй, Бринелл ысулы буйынса металдың ҡатылығын тикшерә.

- Техник йүнәлеште осраҡлы һайламаным, бөтә туғандарым да металлургия комбинатында эшләй. III курста 16-сы цехта практика үттем. Мине механик һынауҙар лабораторияһында үҙ көсөмдө һынап ҡарарға саҡырҙылар. Шул ваҡыттан алып лаборантлыҡ эшен дә уҡыуым менән бергә атҡарам. Ярыш көндәрен һәм үҙемдең эшмәкәрлегемде баһалап, шуны әйтә алам: мин белемде һәм эш урынында алған күнекмәләремде мөмкин тиклем яҡшыраҡ файҙаланып, лайыҡлы сығыш яһаным. Был белем миңә йомғаҡлау имтиханында ла, диплом яҡлағанда ла, һөнәри эшмәкәрлектә лә ярҙам итер, тип ышанам. Колледжды тамамлағандан һуң Магнитогорск дәүләт техник университетына комбинаттан маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡырға инергә ниәтләйем, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты "БМК" лабораторияһы лаборанты Владислава Меньшенина.

Оксана БОРОВЫХ, 

Белорет металлургия комбинатының тышҡы һәм эске коммуникациялар бүлеге хеҙмәткәре. 

 

Автор:
Читайте нас