Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
30 Апрель 2025, 14:51

Саф башҡортса КВН

Район-ҡала мәктәптәре араһында “Белорет Шаян Лигаһы” уҙҙы.

Саф башҡортса КВН
Саф башҡортса КВН

Эйе, эйе, ниһайәт, Башҡорт асыҡ КВН лигаһының республика буйлап ойошторолған уйындарында Иҙел башы йәштәре лә үҙ көсөн һынаны. Билдәле булыуынса, “Шаян Лига” ижади кластеры шаяндар һәм тапҡырҙар клубы зона уйындарының уникаль системаһы булып тора, ул дүрт йүнәлеште: “Төньяҡ-көнсығыш”, ”Төньяҡ-көнбайыш”, ”Көньяҡ” һәм ”Урал аръяғы” лигаларын  үҙ эсенә ала. Проекттың төп маҡсаты - төбәктә башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе популярлаштырыу, йәштәрҙең ижади потенциалын үҫтереү. Бөтә зона этаптары республика “Шаян Лигаһы”ның ярымфиналы булып тора, тимәк, иң яҡшы командалар баш ҡалала ойошторолған юмор фестиваленең финал уйынында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. 

Ҡаланың 1-се мәктәбендә уҙған “Белорет Шаян Лигаһы”нда һигеҙ белем усағы - Ҡаһарман, Абҙаҡ, Сермән, Инйәр ауыл мәктәптәре, ҡала лицей-интернаты, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы һәм 21-се мәктәп ҡатнашты. Командаларҙы мәртәбәле жюри ағзалары - «Башҡорт асыҡ КВН лигаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе урынбаҫары Илһам Ишкинин, райондың мәғариф идаралығы методисы Лариса Әхмәтшина, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, шәхси эшҡыуар Гөлнур Йомабаева баһаланы.

Әйткәндәй, сараға әҙерлек барышында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының тәжрибәле уйынсылары Илһам Ишкинин, Сыңғыҙ Ғиләжев, Кәрим Хөснуллин лигала үҙ көсөн һынаған командалар менән даими бәйләнештә булып, уйын ҡағиҙәләре йәһәтенән ентекле күрһәтмәләр бирҙеләр.

Уйын шартына ярашлы, командалар алты минут эсендә үҙҙәре менән таныштырырға ла, ҡыҙыҡлы миниатюралар күрһәтергә лә өлгөрөргә тейеш ине. Һәр мәктәп үҙенсәлекле сығышы, юморы менән һоҡландырҙы. Теге йәки был төйәктең брендына, мәҫәлән, абҙаҡтарҙың - тау саңғыһы курортына, инйәрҙәрҙең билдәле туҡталҡалары - юл буйы кафеларына бәйле шаяртыуҙарҙан, Әбйәлил - Белорет юлдары, мәктәп мәрәкәләренән зал дәррәү көлөү тауыштарына күмелде. Командаларҙың милли-мәҙәни үҙенсәлеккә диҡҡәт итеүе, йәғни милли костюм элементтарын, музыка ҡоралдарын, йыр-бейеүҙәрҙе ҡулланыуы, балаларҙың шартлатып башҡортса һөйләшеүе (айырыуса уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән килгән командаларҙың), һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ.

Баһалама комиссияһы фекерләшкән арала, “Шаян Лига”ның алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Кәрим Хөснуллин импровизация конкурсы - “Разминка”ла уҡыусыларҙың зирәклеген, отҡорлоғон һынаны. Малай-ҡыҙҙар ҙа юғалып ҡалманы, һәр һорауға тапҡыр яуап таба торҙо.

“Шаян Лига” һөҙөмтәләре буйынса, “Самрау” (Инйәрҙең 2-се мәктәбе) һәм “Умарта” (Белорет лицей-интернаты) командалары - III, “Арғымаҡ” (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы) - II, “Шаҡман.ру” (Ҡаһарман мәктәбе) I урынға лайыҡ тип табылды. Еңеүселәр Дипломдар, Кубок һәм шәхси эшҡыуар Гөлнур Йомабаева әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде. Еңеүгә ынтылыштары көслө булған рухлы йәш КВН-сылар: “21-ҙең хыялыйҙары” (21-се мәктәп), “Абҙаҡ стайл” (Абҙаҡ мәктәбе), “Мәңге йәш” (Сермән мәктәбе), “Мөғжизә” (Инйәрҙең 1-се мәктәбе) командалары ла “Белорет Шаян Лигаһы” Дипломын алып һөйөндөләр.

 

Илһам Ишкинин, «Башҡорт асыҡ КВН лигаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе урынбаҫары:

- Йәштәр араһында башҡорт телен популярлаштырыу йәһәтенән төбәктә бихисап проекттар тормошҡа ашырыла. Күпселек осраҡта быларҙың барыһы ла теге йәки был министрлыҡ тарафынан ойошторолған үтә етди саралар. Ә бына Башҡорт асыҡ КВН лигаһында әле генә тиҫтерҙәре менән урыҫса аралашҡан бала йә йәш кеше, үҙе лә һиҙмәҫтән, сатнатып башҡортса һөйләшә башлай! Шәпме? Шәп! Тимәк, проекттың уйын формаһы арҡылы туған телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән беренсел маҡсаты ғәмәлләшә! 

Әйткәндәй, башҡорт КВН-ы Белоретта 15 йылдан ашыу ойошторолмаған икән. Төбәктең башҡорттар күп йәшәгән иң ҙур районында йәштәрҙе берләштергән саралар бик зарури. Камиллыҡтың сиге юҡ, тиҙәрме әле? Бөгөнгө уйынды, тәүге тапҡырға, ярарлыҡ, тип баһалар инем. Һәм, әлбиттә, сараны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, мәғариф идаралығына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Телде өйрәнеү, популярлаштырыу ошондай бәләкәй аҙымдарҙан башлана. Алла бойорһа, ошо бер нисә йыл дауамында ҡуҙғатылмаған эште яңынан тергеҙеп, ҡыуып етербеҙ, тим. Өҫтәүенә, ойоштороу комитетында белореттар ҙа бар - Башҡорт асыҡ КВН лигаһының идара рәйесе урынбаҫары Сыңғыҙ Ғиләжев, Йөйәктән Рафаэль, Динислам атлы егеттәр.

Көҙгөһөн  Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында ҙур юмор фестивале уҙасаҡ. Республика район-ҡалаларынан иң үҙенсәлекле, көслө командалар ошо сараға саҡырыла. Белореттар ҙа уйындан ситтә ҡалмаҫ тип уйлайым.     

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас