Кем ҡатнаша ала?
- Йәш яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, музыканттар, артистар, архитекторҙар һәм ижади коллективтар (5 кешегә тиклем).
- Ҡатнашыусыларҙың йәше: 16-35 йәш.
Бүләктәре 500 000 һумдан өс премия:
- нәфис әҙәбиәт,
- һынлы сәнғәт, - театр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте һәм хореография,
- кинематографияла,
- архитектура өлкәһендә.
Нисек ғариза бирергә?
Документтар 2025 йылдың 1 июленә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Аксаков урамы, 2-се кабинет, 411 (БР Йәштәр министрлығы).
Конкурс тураһында ентекле мәғлүмәт һәм положение һылтанма буйынса. https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/
Билдәләп үтергә кәрәк, премия 1995 йылда башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 100 йыллығы хөрмәтенә булдырылған һәм республиканың йәш таланттарына ярҙам итә.