Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
6 Октябрь 2025, 09:58

"Мин яратам һине, тормош!"

Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында өлкән йәштәгеләр ижадына арналған “Мин яратам һине, тормош!” республика фестиваленең гала-концерты үтте.

"Мин яратам һине, тормош!"
"Мин яратам һине, тормош!"

 Оло йәштәге талант эйәләре фестивале республикабыҙҙа ун дүртенсе тапҡыр уҙғарылды. Иҙел башының ижади коллективтары ла сағыу һәм лайыҡлы сығыш яһаны.
Анна Хафизова етәкселегендәге рус йыры халыҡ хоры Гран-при алды, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирина Михайлова етәкселегендәге  “Вдохновение+”  бейеү коллективы I урын яуланы!

Фестиваль Башҡортостандың 63 районынан 2,5 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Жюри 400-ҙән ашыу ижади номерҙы баһаланы, һәм артистарыбыҙҙың еңеүе - бөтә Белорет өсөн ҙур ғорурлыҡ! Бөтә ҡатнашыусыларҙы һәм етәкселәрҙе лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Автор:
Читайте нас