Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
14 Ноябрь 2025, 10:27

Тау экспресы – “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары һәм хеҙмәте” конкурсы лауреаты

"Айғыр" тау экспрессы" проекты "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары һәм хеҙмәте" федераль конкурсы лауреаты булды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумында үтте.

Тау экспресы – “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары һәм хеҙмәте” конкурсы лауреаты
Тау экспресы – “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары һәм хеҙмәте” конкурсы лауреаты

2015 йылдан алып Куйбышев тимер юлы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында "Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы" акционерҙар йәмғиәте тарафынан тормошҡа ашырылған проект "Халыҡ өсөн хеҙмәттәр" номинацияһында билдәләнде.

 “Айғыр” тау экспрессы май айынан сентябргә тиклем көн һайын Өфө  “Айғыр – Белорет” маршруты буйынса йөрөй. Унда Башҡортостандың төп туристик локациялары - Шәреташ, Айғыр (Өфө түбәһе менән Ҡараташ һырты, Ирәкташ, “Айгөл йәштәре” шарлауығы, Борисов мейестәре), 1-се, 2-се Кирәл, Ҡолсоғаҙыташ урынлашҡан.

2025 йылдың туристик миҙгелендә ял көндәрендә генә 59 мең пассажир ташылған, был 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 13 процентҡа юғарыраҡ.

Уңайлы сәйәхәт итеү өсөн Куйбышев магистрале уңайлы "Финист" һәм ЭП2Д электропоездарын бирә, улар һауаны зарарһыҙландырыусы климат-контроль системалары, видеокүҙәтеү һәм мәғлүмәт таблолары менән йыһазландырылған. Салонда мобиль ҡоролмаларҙы зарядлау өсөн USB-розеткалары булған уңайлы ултырғыстар һәм спорт инвентары өсөн стеллаждар бар.

2025 йылда "БашППК" акционерҙар йәмғиәте "Финист" электропоездының интерьерын брендлау буйынса эш алып бара: поездың вагондарында Башҡортостандың бөтә иҫтәлекле урындары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән тематик плакаттар урынлаштырылған.

Бөтә федераль һәм төбәк ташламалары, шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн дә, ғәмәлдә. Юл йөрөү документтары уҡыусыларҙың белешмәләре һәм көндөҙгө уҡыу формаһындағы студенттар билеттары булған осраҡта ғына рәсмиләштерелә.

 

Автор:
Читайте нас