Йәш быуында ватансылыҡ, берҙәмлек, рухлылыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙе маҡсат иткән, быуындар бәйләнешен нығытҡан сарала һиммәтле, ҡыйыу ир-егеттәр - хәрби хәрәкәттәр ветераны, Батырлыҡ ордены кавалеры Урал Дәүләтбирҙин, Афған һуғышында ҡатнашыусы яугир-интернационалистар - Радик Хәмитов, Хәбир Йомағужин, Шамил Байсурин ҡатнашты.
Мәктәп военругы Рәил Әхмәҙиндең командаһына тек баҫҡан уҡыусылар, педагогтар дәүләт гимндарын башҡарҙы, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы һәм легендар 112-се башҡорт дивизияһы флагтары сығарылды.
Хәрби фанфаралар аҫтында майҙан уртаһынан уҙған барабансыларҙың сығышынан һуң ҡала лицей-интернаты директоры Нурия Шаһиморатова, конкурстың баш судьяһы Урал Дәүләтбирҙин, Радик Хәмитов барыһын да байрам менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙеләр.
Сафта йөрөү һәм йыр башҡарыу буйынса традицион смотрҙа 15 класс ҡатнашты. Бойороҡ-рапорттар биргән командирҙар ҙа, командаларҙы үтәгән отрядтар ҙа юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте. Иң-иңдәр призлы урындар, номинациялар менән билдәләнде. Конкурстың төп баһаһына - Гран-приға иһә V “а” һәм X класс уҡыусылары лайыҡ булды. Еңеүселәр Грамоталар, Кубоктар менән тәбрикләнде.