Тетар сәнғәтенә, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләп

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында "Һаумы, һаумы, әкиәт" район конкурсы уҙҙы. Бишенсе тапҡыр ойошторолған күләмле сара быйыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды.  

Тетар сәнғәтенә, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләпТетар сәнғәтенә, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләп
Тетар сәнғәтенә, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләп

Балалар коллективтарын бер ижади майҙансыҡҡа йыйған конкурстың маҡсаты –йәш быуынға үҙ халҡының ауыҙ-тел ижадын, туған телен өйрәнеүгә ынтылыш биреү, фольклорҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, балаларҙың ижади мөмкинлектәрен асыҡлау һәм үҫтереү, рухи-әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү.   

Конкурста ҡатнашыусыларҙы компетентлы жюри ағзалары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара Ғилманова, “Дефицит” театр-студияһының художество етәксеһе Давид Церетели, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Арлекин” йәш тамашасы халыҡ театры режиссеры Эдуард Ладесов баһаланы.

Төрлө йәштәге мәктәп уҡыусыларының актерлыҡ һәләттәре, декорацияларҙың, костюмдарҙың сәхнә әҫәренә ярашлылығы, эстетик йәһәттән ыңғай тәьҫораттар уятыуы конкурсты сағыу, йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс итте.  

“Һаумы, һаумы, әкиәт” район конкурсының иң юғары баһаһына – Гран-приға Үткәл ауылы мәҙәниәт йортоноң “Бөҙрәкәй” театр түңәрәге лайыҡ булды. Инйәр район мәҙәниәт йортоноң “Амплуа” театр түңәрәге – I, Тирлән ауыл мәҙәниәт йортоноң “Продвижение” өлгөлө агит-театры һәм “Нескучный возраст” театр коллективы – II, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Һомай” театр түңәрәге III урындар менән билдәләнде.     

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас