

Ярыш йомғаҡтары буйынса, «Миллионлы ҡаланың иң яҡшы мәктәп ашханаһы» номинацияһында Өфөнөң һуҡыр һәм насар күргән уҡыусылар өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернаты еңеү яуланы, тип хәбәр иттеләр республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.
«Ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы» номинацияһында беренсе урынға Белореттың 8-се мәктәбе лайыҡ булды. Ауыл мәктәптәре араһында Бишбүләк районы Бишбүләк ауылының 3-сө мәктәбе иң яҡшыһы тип танылды.
Башҡортостандың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы Октябрьскийҙың 22-се мәктәбен «Йәмәғәт туҡланыуында заманса, креатив алым өсөн» махсус дипломы менән бүләкләне.
Финалда еңеүселәр «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы — 2026» конкурсының Бөтә Рәсәй этабында республика исеменән сығыш яһай.