Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Август 2021, 17:05

90 уҡытыусыға - 50-шәр мең һум

Башҡортостанда 90 уҡытыусыға йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50-шәр мең һум аҡса бирелә.

90 уҡытыусыға - 50-шәр мең һум
90 уҡытыусыға - 50-шәр мең һум

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала былтырҙан берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларына премия булдырылды. Премияның күләме — 50 мең һум.

Быйыл Башҡортостанда 104 уҡыусы имтихандарҙы 100 балға тапшырған. 2021 йылда йөҙ балл йыйған эштәрҙең дөйөм һаны — 109.

Биш уҡыусы бер юлы ике фәндән тестарҙы иң юғары балға яҙған.

Уҙған йыл менән сағыштырғанда йөҙ балл йыйған уҡыусылар һаны 6,3% күберәк. Бөтә фәндәр буйынса тиерлек берҙәм дәүләт имтиханының уртаса балы артҡан, тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Бынан тыш, быйыл Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтихандарында йөҙ балл туплап, республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндәргә республика Башлығының 150 мең һумлыҡ премияһы булдырылды.

Бөгөнгә ошондай 36 уҡыусы Башҡортостан вуздарына уҡырға инеү өсөн ғариза биргән. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһын тамамлаған Гөлназ Ишемғужина Мәскәү һәм Ҡазан вуздары урынына  Башҡорт дәүләт медицина университетына өҫтөнлөк бирҙе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: