+7 °С
Дождь
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Август , 11:54

Ауылға ҡайтҡан уҡытыусыларға - 1 млн. һум

Башҡортостанда ауыл ерендә эшкә ҡайтыусы уҡытыусыларға 1 млн һум аҡса бүлеүҙе күҙаллаған программа оҙайтылды.

Ауылға ҡайтҡан уҡытыусыларға - 1 млн. һум

Ҡабул ителгәндә әлеге программа 2020-2022 йылдарҙа тормошҡа ашырылыр тип иҫәпләнә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән уның ваҡытын 2023 йылға тиклем арттырҙылар. Был төр түләргә конкурс һайлап алыуын үтеп, халыҡ һаны 50 мең кешегә ҡәҙәр булған ауыл биләмәләрендә, эшселәр ҡасабаларында, ҡала тибындағы поселоктарҙа йәки ҡалаларҙа эшләй башлаған уҡытыусылар эйә була ала. Ауыл ерлегенә ҡайтып урынлашыусы педагогтар 50 йәштән өлкәнерәк булмаҫҡа тейеш. 1 млн аҡсаны алыр өсөн уларға хеҙмәт килешеүе буйынса уҡытыу ваҡыты 18 сәғәттән дә кәм булмаған эш аҙнаһы шарттарында аҙ тигәндә биш йыл кәрәк була.

Республикала бындай программа медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ғәмәлгә индерелде. Ағымдағы йылдың апрелендә ауыл табиптарына түләнгән аҡса күләме 1 млн. һумдан 1,5 млн һумға тиклем арттырылды.

Фото: primorsky.ru

 

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльвира Хамзина