Яңауылда 360-тан ашыу бала йөрөгән балалар баҡсаһы биләмәһенең торошо яҡшы тип әйтеп булмай. Емерелгән тротуарҙар, күпте күргән верандалар, фасад ауыр тәьҫир ҡалдыра. Балалар баҡсаһы директоры Резеда Тимерғәлина һүҙҙәренсә, былтыр 12 миллион һумға смета әҙерләнгән, унда асфальт япмаһын алмаштырыу, яңы яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыу, спорт майҙансығын тәртипкә килтереү, верандаларҙы алмаштырыу ҡаралған. Элегерәк төҙөлгән башҡа балалар баҡсаларының һәм мәктәптәрҙең биләмәләре лә яҡынса ошондай хәлдә.
«Хәҙер беҙҙең ихаталар ошо уҡ балалар баҡсалары биләмәләренә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ күренә. Өҫтәүенә балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһе мөһим. Бындай тротуарҙа йығылып, имгәнергә мөмкин. Был проблеманы тотош республика буйынса комплекслы хәл итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе алдағы биш йылда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһының Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән башланыуын иҫкә төшөрҙө. Ауыл мәктәптәренә баҫым яһап, йыл һайын 1500 бинаны тәртипкә килтереү күҙаллана. Рәсәйҙә мәктәптәрҙең 72 проценты — ағымдағы, 10 проценты капиталь ремонтҡа мохтаж.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан