Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август 2021, 17:23

Мәктәптә туҡланыу ҡиммәтләнә

Башҡортостанда мәктәптә туҡланыу ҡиммәтләнә. Бөгөн республика премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә мәктәп ашханаларында туҡланыу хаҡының артыуы тураһында белдерҙе.

Мәктәптә туҡланыу ҡиммәтләнә
Мәктәптә туҡланыу ҡиммәтләнә

Уның әйтеүенсә, республика мәктәптәре уҡыу йылын башларға һәм уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итергә әҙер.

«Иртәгә туҡланыу хаҡын арттырыуҙы раҫлау өсөн документтарҙы күрһәтербеҙ. Хаҡты аҙаҡ ваҡыт арттырмай торҙоҡ, ләкин бөгөн күрше төбәктәр сумманы күтәрҙе, беҙгә лә уны тигеҙләү талап ителә. Барлыҡ иҫәпләүҙәр республиканың Финанс министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Сауҙа министрлығы менән берлектә эшләнгән. Иртәгә раҫлатыу өсөн һеҙгә инәбеҙ һәм 1 сентябрҙән үк яңы түләү индерергә әҙербеҙ», — тине Андрей Назаров, республика Башлығына мөрәжәғәт итеп.

Республикала мәктәп ашханаларын яңыртыу эше дауам итә, тип тә өҫтәне ул. Быйыл ғына төбәктә 280 аҙыҡ-түлек блогы яңыртылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 сентябренән башланғыс класс уҡыусылары бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә. Ил президенты Владимир Путин ошондай ҡарар ҡабул итте. Башҡортостанда шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар бушлай туҡланырға мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: