Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2021, 11:25

"Мәктәп туҡланыуы хаҡы артмай"

Ата-әсәләр өсөн мәктәп туҡланыуы хаҡы артмай,тип хәбәр итте мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә. Уның һүҙҙәренсә, был республика бюджетына ҡағыла.

"Мәктәп туҡланыуы хаҡы артмай"
"Мәктәп туҡланыуы хаҡы артмай"

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә уҙған эш кәңәшмәһендә мәктәп рациондарын санитар ҡануниәткә ярашлы итеү өсөн туҡланыу хаҡын яңынан ҡарау тураһында ҡарар ҡабул ителде, тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Уҡыусыларҙың рационы туҡланыуға бәйле аҙыҡ ҡиммәтен бүлеү йәһәтенән талаптарға тура килергә тейеш — тәүлек ҡулланыу нормаһынан иртәнге аш 20-25 %, төшкө аш 30-35%, шулай уҡ уҡыусының йәшенә ҡарап, ризыҡтың суммар күләме өлөшөндә. Санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы, беренсе сменала уҡыусылар ‒ иртәнге һәм төшкө аш, икенсе смена уҡыусылары төшкө һәм икенде ашы менән тәьмин ителә.

Бының өсөн өҫтәмә аҡса бүленә. 1 сентябрҙән 1-4 класс уҡыусылары, шулай уҡ льготалы категорияларға ҡараған балалар өсөн мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороуға республика бюджеты иҫәбенә финанслау күләменең артыуы көтөлә.

Быйыл республика бюджетынан йүнәлтелгән өҫтәмә аҡсаның күләме — 13 миллион һумдан ашыу, киләсәктә 35 миллион һумдан ашыу була, тип билдәләнде кәңәшмәлә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: