Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Сентябрь 2021, 10:59

Ил етәксеһе мәктәптәрҙә контроль эштәр һанын кәметергә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин 25 августа уҙған Рәсәй Дәүләт Советы Президиумы ултырышы йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлеген раҫланы. 

Ил етәксеһе мәктәптәрҙә контроль эштәр һанын кәметергә ҡушты
Ил етәксеһе мәктәптәрҙә контроль эштәр һанын кәметергә ҡушты

Дәүләт башлығы мәктәптәрҙә контроль һәм тикшереү эштәре һанын кәметеү тураһында мәсьәләне ентекләп өйрәнергә ҡушты. Был хаҡта Кремль сайтында хәбәр ителә. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Мәғариф министрлығы һәм ил субъекттарының башҡарма власть органдары яуаплы итеп тәғәйенләнгән.

Атап әйткәндә, «белем биреү сифаты мониторингы бурыстарының көнүҙәклеген иҫәпкә алып, мәғариф ойошмаларында контроль һәм тикшереү эштәре һанын кәметеүҙе тәьмин итергә» ҡушылды.

Башҡарылған эш тураһында 2022 йылдың 1 июленә тиклем хәбәр итергә.

Фото: informpskov.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: