Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, COVID-19 асыҡланған мәктәптәрҙә хәл ҡатмарлыраҡ.
«Ләкин муниципалитеттарҙа балаларҙы дистанцион уҡыуға күсереү тураһында үҙ ваҡытында ҡабул ителгән саралар ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Хәҙер 1 сентябрҙән алып тәүге тапҡыр сирлеләр буйынса кире динамика күҙәтелә, — тип белдерҙе Хажин. — Саралар үҙ ваҡытында ҡабул ителде тип иҫәпләйем. Улар ауырыуҙың ныҡлап таралыуын туҡтатырға мөмкинлек бирҙе. Башҡа муниципалитеттарҙа һәм мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы дистантҡа күсереү кәрәклеген күрмәйем».
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына республиканың Роспотребнадзор идаралығы менән берлектә мәктәптәрҙә барлыҡҡа килгән коронавирус инфекцияһы сығанаҡтарын бөтөрөргә ҡушты.
«Сир сығанағы барлыҡҡа килгәс, шунда уҡ дистанцион уҡыуға күсерергә. Беҙ бит уларҙы билдәле бер ваҡытҡа күсерҙек. Ошо ваҡыт үткәс улар кире мәктәптә уҡыуға күсә».