Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2021, 12:33

Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары бүләкләнде

Кисә Уҡытыусылар көнө уңайынан башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата дәртләндереүенә дәғүә иткән республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары бүләкләнде
Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары бүләкләнде

Унда республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, министрҙың беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин, министр урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, ведомство бүлектәре етәкселәре ҡатнашты.

«2007 йылдан башлап Уҡытыусылар көнө алдынан иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларын бүләкләйбеҙ. Бөгөнгө сара – 15-сеһе, юбилейлы тип әйтергә мөмкин, ошо йылдар эсендә 700 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы баһаланды. Бөгөн был исемлек республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә тос өлөш индергән тағы 50 уҡытыусы менән тулыланды», — тине Айбулат Хажин, республиканың иң яҡшы уҡытыусыларын тәбрикләп.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлек һәм республика мәғарифы үҫешенә өлөш индергән өсөн иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы 50-әр мең һум күләмендә премия алды.

Премияға Иҙел башының тәжрибәле уҡытыусылары - 20-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйнәп Собханғолова һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимзанияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзимә Мостафина лайыҡ булды. Абруйлы телселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! Уңыштар һеҙгә! 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: