Егерме йылға яҡын уҡытыусылыҡ иткән осорҙа мәктәп коллективының һәр ваҡыт ярҙамға ашығыр коллегалары, уҡыусыларының яратҡан мөғәллимә апайына, ата-әсәләрҙең хөрмәт иткән класс етәксеһенә әйләнгән ул. Уҡыусыларҙа Пушкин, Лермонтов кеүек бөйөк рус шәхестәре теленә ихтирам, һөйөү уятыу кинәнес кенә тыуҙыра.
Уҡытыусы булыу теләге Олойылға ҡыҙын Магнитогорск дәүләт педагогия институтының филология факультетына килтерә. Шау-шыулы студент йылдары “һә” тигәнсе үтеп тә китә. Хәҙер инде дипломлы йәш белгестәр төрлө яҡтарға таралыша. Рәзимә Зәбир ҡыҙы ла Учалы ҡалаһына юллана. Бер йыл ҡаланың 5-се мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Тик ниңәлер тыуған яҡтар, Иҙел башы үҙенә тарта.
- Күңелем менән Белоретҡа тартыла инем. Бигерәк тә яңы ғына ишектәрен асҡан Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында эшләү теләге көслө ине, - ти гимназияның тәжрибәле, абруйлы уҡытыусыларының береһе Рәзимә Зәбир ҡыҙы.
Тик бына тәүге йылда нәҡ ошо гимназияның уҡытыусыһы булып китергә насип булмай йәш уҡытыусыға. Бер йыл 14-се гимназияла уҡытып ала. Башҡорт гимназияһына ла рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы талап ителгәнен ишеткәс, һис икеләнеүһеҙ шунда бара. Күпмелер ваҡыт ике гимназия араһын тапағас, тулыһынса башҡорт гимназияһына уҡытыуға күсә. Һәм һис кенә лә үкенмәй.
“Яратҡан гимназиямда эшләүемдән кинәнес алам, үҙ эшенең оҫтаһы булған коллегаларым менән көн дә аралаша, тәжрибә уртаҡлаша алыуыма, дәрестәремде көтөп алған уҡыусыларым, класым, хөрмәт иткән атаәсәләр булыуы менән шатмын”.
XXI быуат - яңы информацион технологиялар заманы. Хәҙерге мәктәп шарттары дәрестәрҙә төрлө компьютер техникаһын ҡулланырға мөмкинлек бирә. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, хәҙер дәресте бер китап менән генә үткәреү мөмкин түгел. Уҡытыусыға заман менән бергә атларға, алдынғы технологиялар менән эш итә белергә кәрәк. Ул уҡыусылар менән бер телдә һөйләшә алырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын тойомларға, һиҙергә тейеш.
- Хәҙерге балалар динамик йәһәттән үҫешкән. Улар менән күберәк хәрәкәтләнергә кәрәк. Элекке кеүек таҡта алдында баҫып тороп, тыныс ҡына дәрес темаһын аңлатыу мөмкин түгел. 2020 йылда “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашҡанда ла “Критик фекерләүҙе үҫтереү технологияһы” методикаһын жюри ағзаларына тәҡдим иттем. Һәр дәрестә уҡыусы төрлө яҡлап үҫешә. Ә бында, заман белем биреү системаһы талаптары буйынса, уҡыусыларҙа тармаҡлы грамоталыҡ үҫтереү күҙ уңында тотола. Йәғни, һәр уҡытыусы дәрестәрендә орфографик грамоталыҡты ғына түгел, уҡыу, математик һәм башҡа алымдарҙы ла файҙалана. Балаларға ошондай алымдар оҡшай ҙа инде.
Заман балаһы китап уҡыймы?! 25 баланың 5-әүһе мотлаҡ төрлө авторҙарҙың әҫәрҙәрен уҡый. Уҡып ҡына ҡалмай, уҡытыусы менән бәхәс ҡорғандары ла етерлек. Улар классик әҫәрҙәрҙе генә уҡып ҡалмай, сит илдекеләр менән дә ҡыҙыҡһына. Яңыраҡ бер уҡыусым дәлил сифатында мин уҡымаған сит ил әҫәрен миҫалға килтерҙе. Һөҙөмтәлә мин уҡыусымдан был әҫәрҙең исемен һәм авторын һорап, яҙып алдым. Заман уҡыусыһы менән бергә атлар өсөн уҡытыусыға ла күп уҡырға, үҫешергә тура килә. Ысын уҡытыусы булыр өсөн белем һәм балаларҙы үҙ итеү генә етмәй. Уларҙың хәлдәрен аңлай, хистәрен тоя белергә кәрәк. Улар бит тере кешеләр! Уларҙың һәр береһе шәхес! - тип һүҙен дауам итә Рәзимә Мостафина.
Тәжрибә туплаған, күп коллегаларын муниципаль, республика конкурстарына әҙерләшергә ярҙам иткән уҡытыусы 2020 йылда үҙе лә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, көсөн һынап ҡарарға йөрьәт итә һәм еңеп сыға. Республика этабында ла район намыҫын лайыҡлы яҡлап, иң яҡшы унау иҫәбенә инә һәм “Тормош асылын Ватанымда таптым” номинацияһында билдәләнә. Бындай конкурстар артабан да тырышып эшләү, республиканың башҡа коллегалары менән аралышыу, тәжрибә туплау мөмкинлеге бирә.
Ошо көндәрҙә уҡыу ҡаҙаныштарының ыңғай динамикаһы, уҡыуҙан тыш эшмәкәрлектең ыңғай һөҙөмтәләре, заманса белем биреү технологияларын ҡулланыу, профессиональ конкурстарҙа ҡатнашыу һәм эшендәге башҡа күрһәткестәр баһаланып, башҡорт һәм рус телдәренең иң яҡшы уҡытыусылары 50 мең һум күләмендә премияға лайыҡ булды. Иң яҡшы телселәр исемлегендә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзимә Зәбир ҡыҙы Мостафина ла бар.
Ә бөгөн - Уҡытыусылар көнөндә тырыш, яуаплы, грамоталы, ижади уҡытыусы “Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре” күкрәк билдәһенә лайыҡ булды. Ошондай награда менән Рәзимә Зәбировнаның башҡа коллегалары - Польщикова Нелля Рәфҡәт ҡыҙы, Мирзаханова Нәдирә Сөләймән ҡыҙы, Ғәйфуллина Рузидә Ғилфан ҡыҙы, Ағзамова Рәйсә Борис ҡыҙы, Мәрдәнова Әлфиә Рәмил ҡыҙы, Михайлова Людмила Михайловна, Бабенко Лилиә Рафаил ҡыҙы, Астанова Баныу Зарим ҡыҙы, Елисеева Светлана Сергеевна, Савлукова Ольга Михайловна ла бүләкләнде.
- Уҡытыусы һөнәре матди байлыҡ, наградалар менән генә баһаланмай. Үҙемдең күңелемде, илһамымды биреп башҡарған хеҙмәтемә иң ҙур баһаны мин балалар күҙҙәрендә күрәм. Уҡыусыларымдың Берҙәм һәм дөйөм дәүләт имтихандарын йылдан-йыл яҡшы балға тапшырып, үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына инеп китеүенә ҡыуанам. Был имтихандар - ябай һынау ғына. Иң мөһиме, балаларҙың күңеленә ҡанат ҡуйыу. Һуңынан, эйе был беҙҙең уҡыусыбыҙ, ул тормошта үҙ урынын, яратҡан эшен тапты, тип әйтерлек булһын, - ти Рәзимә Мостафина